Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Общие статьи
11 Апреля 2021, 16:17

Тағы ла шул наркотиктар...

Өфөлә бер йәш пар наркотиктарҙы таратыуҙың ғәҙәти булмаған ысулы - бәпәйҙәрҙең сәңгелдәгенә һалып таратҡандар.

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының баҡсасылыҡ ширҡәтенең береһендә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер йәш пар ҡулға алынды. Ҡыҙ һәм егеттең өйөндәге кейем кәштәләренән бик күп наркотиктар табылған. Йәш пар наркотиктарҙы таратыуҙың ғәҙәти булмаған ысулы менән - бәпәйҙәрҙең сәңгелдәгенә һалып таратҡандар. 12 кг наркотиктарҙың дөйөм суммаһы 30 миллион һумлыҡ. Был матдәләр Башҡортостанда ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренә һатыу өсөн әҙерләнгән булған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас