Дәүләкәндә бер бала ағын һыуҙа бата яҙған.
Дәүләкән ҡалаһында роликта йөрөгән баланы һыу ағыҙып китә яҙған. Ярай әле үтеп барыусы ир ҡотҡарған. Яҙғы ҡар һыуҙары ҡала урамдарынан ташҡын булып аға икән. Роликта йөрөгән ҡыҙ тигеҙлеген юғалта һәм һыуға йығыла. 23 мең кеше йәшәгән ҡала Венецияны хәтерләтә, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә. Ҡала үҙәгендә урынлашған ҡар тиҙ ирей, ә канализация көҙҙән алып таҙартылмаған.