Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Апрель 2021, 06:13

Ҡотҡарыусылар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, йорттарға һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған зоналарҙа ҡотҡарыусылар халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса даими эштәр алып бара.

Улар кешеләр хәүефһеҙлеген бигерәк тә урындағы йылғаларҙың кимәле күтәрелеүе менән бәйле булған ауылдарҙа ойоштора,мәҫәлән, Кушнаренко районының Түбәнге Аҡбаш,Урта Аҡбаш,Үрге Аҡбаш һәм Шәрип ауылдарында кинәт һыу күтәрелеүенә урындағы Кәрәкә йылғаһының ташыуы сәбәпсе булып тора.
Унан алдағы көндәрҙә ҡотҡарыусылар Өфө районы Жуков ауылына,Дүртөйлө, Архангель райондарында халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн мониторингтар үткәреү өсөн сыҡһа, Бишбүләк районы Аҙнай ауылына 78 ихатаны һыу баҫыу сәбәпле, ҡотҡарыусылар 11 кешене эвакуациялаған.
Ведомствоның ҡотҡарыусылары ихаталар буйлап тикшереү үткәрә, халыҡҡа ташҡындың торошо тураһында мәғлүмәт еткерә. Һыу күләме артып китһә, кешеләрҙе урынлаштырырға әҙерҙәр.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив штаб эшләй.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлгөргән кешеләр туғандарына барған, ике кеше ваҡытлыса урынлашыу пунктына эвакуациялауҙы һораған.
Махсус хеҙмәттәр, ҡотҡарыусылар, табиптар һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, тик кешеләр мөрәжәғәт кенә итмәй.Заказ буйынса аҙыҡ-түлек тә ташыуҙары мөмкин.
Хатта ваҡ малдарҙы хәүефһеҙ ергә алып барыуҙы һораһалар, быны эшләргә лә әҙерҙәр ҡотҡарыусылар.

Г.ШИҺАПОВА.
Читайте нас