Самбосылар ярышында Стәрлетамаҡ иң яҡшылар иҫәбендә.
7 апрелдән 11-нә тиклем Сочи ҡалаһында самбо буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Был ярышта илдең төрлө төбәктәренән барыһы 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Турнирҙа Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары Ильдар Абсаттаров Рәсәй чемпионатының көмөш призеры булһа, Павел Мозгунов бронзаға лайыҡ булды.Ҡотлайбыҙ!