Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
13 Апрель 2021, 05:28

Йыһан донъяһына бағышлап...

Ҡалабыҙҙа космонавтика көнөнөң 60 йыллығы айҡанлы бик күп саралар уҙғарылды.

Стәрлетамаҡтың Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында "Йыһанлы старт" тип аталған тантаналы сара уҙғарылды. Был көндөң почетлы ҡунағы, Юрий Гагарин бюстын ҡуйырға әйҙәүсе,комсомол хеҙмәткәре,өсөнсө саҡырылыш РФ-ның дәүләт думаһы депутаты- Хәкимов Мидхәт Ғайнан улы үҙенең сығышын "ата-бабаларыбыҙ ҡаҙаныштарын иҫләргә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ" тип башлап ебәрҙе.
А.П.Гайдар исемендәге мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр пионерҙар һарайы тарафынан дөйөм белем биреү учреждениелары командалары өсөн 7 этаптан торған “Станция “Тыныслыҡ” тарихи квест-уйыны үткәрелде. Уйындың аҙағында бөтә командаларға дипломдар тапшырылды.

Шулай уҡ сәләмәтлек һәм әүҙҽм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә космонавтика көнөнә арналған еңел атлетика эстафетаһы Содовиктар паркында ойошторолдо. Бында 300 самаһы кеше йүгерергә килгән ине. Улар араһында төрлө йәштәге спортты һөйөүсе кешеләр – мәктәп уҡыусыларынан алып ветерандарға тиклемгеләр булды.Был сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Владимир Петров,халыҡ-ара класлы спорт мастеры Надежда Ғәлләмова, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшид Сафин да ҡатнашты.
Ярышта еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Космонавтика көнөнә арналған ярыштар, мәктәптәрҙәге класс сәғәттәре, балалар баҡсаларындағы күргәҙмәләр барыһының да күңеленә хуш килгәндер, моғайын.

Г.Шиһапова.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.
Читайте нас