Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының һүрәт эшләп, уны фотоға төшөрөп 24 апрелгә тиклем Instagram социаль селтәренә түбәндәге хэштегтар менән һалырға кәрәк буласаҡ: #molsovstr #рисунокпобеды76стр #совет_стерлитамак #profadmstr .
Конкурстың шарттары буйынса, сәфихәгеҙ асыҡ булырға тейеш. Һүрәттәрҙе буяғанда сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Һүрәтегеҙ аҫтына хэштег ҡуйыу мотлаҡ, сөнки унһыҙ һеҙҙең эшегеҙҙе ҡарай алмаясаҡтар.
Иң талантлы һәм креатив һүрәт төшөрөүселәргә бүләктәр тапшырыу ҙа ҡаралған.
Шулай уҡ, күргәҙмәлә ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Уның өсөн эшегеҙҙе ҡала хакимиәтенә ҡуйылған ( Октябрь проспекты, 32) “Еңеү көнө һүрәттәре” йәшнигенә һалырға була.
Г.ШИҺАПОВА.