Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
14 Апреля 2021, 07:39

Мопед, скутер, велосипед йөрөтөүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар!

Көндәр йылыныу менән күп кешеләр мопедта, велосипедта, скутерҙарҙа йөрөй башланы һәм тәүге үлемесле авария теркәлеп тә өлгөрҙө. Кисә Стәрлетамаҡта 25 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлдө.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ике тәгәрмәсле транспорт водителе мопедҡа идара итеүҙе юғалтып, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә хәрәкәт итеүсе троллейбустың артҡы тәгәрмәсе аҫтына барып эләгә. Алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ вафат була.
Көндәр йылыныу менән велосипед, скутер һәм мопед менән йөрөүселәр һаны көндән-көн арта. Был аңлашыла: бик уңайлы транспорт ул, велосипедтың иһә һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур. Тик үкенескә ҡаршы, күптәр юл ҡағиҙәләрен белеп бөтмәй.
Мопед йәки скутер менән йөрөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:
- был төр транспорттарға 16 йәше тулғандар ғына ултыра ала;
- Мопед һәм скутерда трассаға сыҡҡанда юл уртаһынан барырға ярамай. Ҡағиҙә буйынса, юлдың ситенән генә хәрәкәт итергә тейештәр;
- Мопедта йәки скутерҙа барғанда фараның яҡындан күрһәтә торған уты янырға тейеш;
- Транспорт сараһын йөрөтөүсенең дә, пассажирҙың да шлемы булырға тейеш;
- Бер кешенән артыҡ пассажир алырға ярамай.
Велосипед менән йөрөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш:
14 йәштән өлкәндәр велосипед өсөн махсус тәғәйенләнгән юлдарҙа ғына йөрөргә тейеш.
14 йәштән өлкәндәргә юлдың уң яғынан түбәндәге осраҡта ғына йөрөү рөхсәт ителә:
* махсус юлдар булмаһа;
* велосипедтың габарит киңлеге, уға таҡҡан йөк бер метрҙан ашһа;
* колонна булып барғанда.
Әгәр велосипед юлы, һыҙат юҡ икән йәки унан үтерлек булмаһа, юлдың уң яғы буйлап бер рәттә генә барырға ярай.
Тротуарҙан түбәндәге осраҡта йөрөргә мөмкин:
* велосипедлылар өсөн махсус юл­дар, айырым һыҙат юҡ икән йәки унан йөрөү мөмкинлеге булмаһа;
* ете йәшкә тиклемге баланы велосипедта өҫтәмә ултырғыста, велосипед йәки мопед өсөн тәғәйенләнгән велоколяскала йәки тағылма арбала.
Тауыш сигналы эшләмәгәндә, тормоз системаһы, тышкы яҡтыртҡыстар, двигатель, төҙөк булмағанда, шиналар боҙолғанда әлеге төр транспорттар менән юлға сығыу тыйыла.

Г.Ҡыуатова.
Читайте нас