Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2021, 05:17

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға оя эшлә һәм бүләк от!

Яҙ етеп, ҡояш йылы нурҙарын һибә башлау менән көҙ көнө йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҙа тыуған яҡтарына ҡайта башлай. Улар еңел булмаған алыҫ юлдар үтеп, ҡайтып етеү менән тыуған еребеҙҙең гүзәллегенә таң ҡалып, үҙҙәренсә яңғыратып йырҙарын һуҙалар. Сыйырсыҡтарҙың моңло йырын иһә һәр беребеҙ көтөп алалыр. Уларға оялар эшләп, көтөп алыу бер матур, изге йолаға әйләнгән, хатта Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гагарин ял паркы ошо йоланы тотоп, шулай уҡ тәбиғәтебеҙгә йәм биреүсе, матурлыҡ өҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында "Ҡоштарға оя эшлә һәм бүләк от" конкурсын иғлан итә. Ҡоштарға оя алып килеп, бүләккә аттракциондарҙа йөрөргә 1000 бонус алырға була. 17, 18, 24, 25 апрелдәрҙә Гагарин паркына һеҙ эшләгән ояларҙы элергә саҡырабыҙ. Оялар ҙа ҡоштарҙы үҙебеҙгә саҡырып, тирә-йүнебеҙҙе матур эштәр менән йәмләп торасаҡ бит. Ял урынына әйләнгән паркыбыҙҙа ҡоштарыбыҙ үҙҙәренә хәүефһеҙ йылы өй төҙөгән дуҫтарына рәхмәт әйтеп, моңло йырҙарын һуҙасаҡ әле.

Читайте нас