Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2021, 04:41

Иртәгә Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында һүрәт төшөрөү буйынса "Ете ҡыҙ" тип исемләнгән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Милли кейем көнө айҡанлы уҙғарылған саралар халыҡтың традицияларын, тарихын, мәҙәниәтен һәм халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытырға мөмкинлек бирә.

Т.Бураҡаева әйтмешләй, милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Ысынлап та, кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Философик күҙлектән ҡарағанда, кейемдә тормош гармонияһы булып ике - ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет башланғысының үҙ-ара ярашыуы тора. Тотороҡлолоҡ, үҙ һүҙендә тора белеү, һалҡын иҫәп, йәғни, ир-егет башланғысы кейемдең нигеҙендә - төҙөлөшөндә күренә. Хис-тойғоларға бай булыу, башҡаларҙың хәленә инә белеү, йәлләү менән айырылып торған ҡатын-ҡыҙ башланғысы кейемдең төҫөндә, биҙәктәрендә, биҙәнеү әйберҙәрендә сағыла.
Һуңғы йылдарҙа күп ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр түшелдеректәр, башҡорт халыҡ күлдәктәрен тегеүе маҡтауға лайыҡ күренеш.
Һәр заманса ҡатын-ҡыҙҙың гардеробында милли әйбер, ҡомартҡы булырға тейештер, тип уйлайым. Хәҙер йәштәр ҙә милли байрамдарға, ҡөрьән мәжлестәренә матур итеп милли биҙәүестәр тағып йөрөй. Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошобоҙҙа ла милли кейем, милли биҙәүестәр йышайһын ине.
Читайте нас