– Милә, нимә ул косметология?
– Косметология – ул йәшәртеү тигәнде аңлата тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Олораҡ ҡатындарға килгәндә инде, уларҙың битенә, тәненә матурлыҡ биреү, етешһеҙлектәрен юйып ташлау булһа, ә йәш ҡыҙҙар өсөн уларҙың йәшлеге, матурлығы оҙағыраҡҡа һаҡланһын өсөн тырышабыҙ.
– Косметологтарға мөрәжәғәт итеүҙең сиге бармы?
– Бит тиреһен, ниндәй ҙә булһа тән өлөшөн алһаҡ та, үҙеңде ҡарау, тәрбиәләүҙе башлау бер ҡасан да иртә түгел һәм бер ҡасан да һуң түгел, тип уйлайым.
– Ир-егеттәргә килгәндә, хәҙер уларҙың косметологҡа йөрөүҙәре күҙәтелә, һеҙҙең салонығыҙға йөрөгән ирҙәр бармы?
– Эйе, элек битте тәрбиәләү тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә булһа, хәҙерге ваҡытта ир-егеттәр араһында ла косметологҡа йөрөүселәр бар. Бит тиреһе һәр кемдән
иғтибар талап итә.
– Фейсбилдинг, йәки биттәр өсөн фитнестың файҙаһы бармы икән?
– Һуңғы арала ул бик таралып китте. Файҙаһы күп, әлбиттә. Ул тиренең һәлберәп торған өлөштәрен тигеҙләргә ярҙам итә. Әммә бының өсөн күнегеүҙәрҙе дөрөҫ итеп, белгес ярҙамында ғына һайларға кәрәк. Сөнки һәр кемдең йөҙ төҙөлөшө төрлөсә, интернет селтәрҙәренән ҡарап эшләп үҙегеҙгә зыян килтереүегеҙ ҙә ихтимал.
– Матурлыҡ сәләмәтлеккә ниндәй йоғонто яһай?
– Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә йоғонтоһо ҙурҙыр, әлбиттә. Барыһы ла иң мөһиме эске матурлыҡ ти, мин бының менән килешеп етмәйем. Әлбиттә, эске
матурлыҡ, эстән үҙеңде иркен тотоу кәрәк, ә былар бит барыһы ла тышҡы ҡиәфәт, тышҡы матурлыҡ менән бәйле. Сәсенә берәй төрлө прическа эшләһә лә, битенә массаж, төрлө процедуралар эшләгән ҡатын да үҙен иркенерәк тота башлай. Үҙен яратырға өйрәнә. Үҙен яратҡан ҡатындан хатта атлап үткәнендә лә ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ
затлылыҡ ипкене һибелә. Ә был үҙ сиратында һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә йөрөргә ярҙам итә. Кәйефһеҙ кешелә депрессия була, стрестар организмға ҙур зыян килтерә, иммунитетты ҡаҡшата, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген боҙа. Гел асыуланыу, ярһыу кисергән кеше тиҙ ҡартая. Шуға күрә, нимә генә тиһәләр ҙә, матурлыҡ,үҙ-үҙеңде яратыу сәләмәтлек менән тығыҙ бәйләнгән.
– Ә һеҙҙеңсә нимә ул матурлыҡ?
– Был һорауға һәр кемдең үҙ яуабылыр, моғайын. Быуындар алмашыныу менән уға ҡарата ҡараш үҙгәрә, ниндәй быуындар ти, хатта бер кешенең үҙ ғүмере эсендә матурлыҡҡа ҡарашы әллә нисә тапҡыр үҙгәреүе ихтимал. Мәҫәлән, бала саҡта йылға буйындағы ялтыр таштар ҙа, ялтырауыҡ кәнфит ҡағыҙы ла, быяла ярсығы ла күҙҙең яуын алырҙай булып күренә торғайны. Ысын матурлыҡты күҙ менән күрәләр, күңел менән тоялар. Тағы нимә әйтер инем. Ҡайһы бер ҡатынҡыҙҙар матурлыҡ салонына йөрөргә аҡса юҡ, ваҡыт юҡ тигән төрлө һылтауҙар табырға тырыша. Аҡсаға килгәндә, был һылтау ғына. Йәшәү рәүешеңде бер төрлө системаға, тәртипкә һалып алһаң,
матурлыҡ әллә ни ҙур сығым талап итмәй. Ҡул аҫтындағы ябай ғына нәмәләрҙе лә үҙ файҙаңа тотонорға мөмкин.
– Һәр ваҡыт матур, йәш булыуҙың
сере нимәлә икән?
– Әлбиттә, тышҡы ҡиәфәттән башҡа дөрөҫ туҡланыу ҙа мөһим роль уйнай. Шуға күрә матур булыуҙың серҙәре бик ябай. Көнөнә 8-10 стакан һыу эсеүҙе файҙалы ғәҙәт итеп алырға кәрәк. Икенсенән, хәрәкәт итеү мотлаҡ. Ярты сәғәткә генә иртәрәк тороп, күнегеүҙәр эшләйһең икән, организмға ҡеүәт өҫтәлә, һығылмалыҡ барлыҡҡа килә.
Ә ҡартлыҡтың тәүге билдәһе – тәндең ҡатыуы. Һәр ваҡыт үҙеңде йәш тойоу өсөн бары тик хәрәкәт кенә кәрәк.
Сәләмәтлек кешенең эске мәҙәниәте менән бәйле. Сөнки тырышһаң, ялҡау булмаһаң, үҙеңде яратһаң, сәләмәт һәм матур булырға мөмкин. Энергия бөркөп, дәрте ташып торған кешенән дә кем матур була ала?!.
Г.Ҡыуатова.
Фото М.Ҡадированың шәхси архивынан алынды.