Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2021, 10:20

Стәрлетамаҡ халҡы төҙөкләндереү объекттарын үҙе һайлаясаҡ.

Стәрлетамаҡта ла ҡала объекттарын төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә электрон алым ҡулланыласаҡ.

РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы урынбаҫары Максим Егоров белдереүенсә, тауыш биреү өсөн махсус онлайн платформа тәүге тапҡыр асыла. Платформа бөтә ил өсөн берҙәм. Тауыш биреү өсөн үҙ төбәгеңде һайларға, һуңынан тәҡдим ителгән проекттарҙың береһе файҙаһына тауыш бирергә кәрәк. 14 йәштән өлкән йәштәге бөтә Рәсәй халҡы тауыш бирә ала.
“Ҡыҙыу линия” платформала тауыш биреүҙән бер аҙна алданыраҡ эшләй башлаясаҡ.Был платформала тауыш биреү тураһында консультатив ярҙам алыу өсөн шулай ойошторолған.Ҡала объекттарын төҙөкләндереү эштәре мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” 19 апрелдән 30 майға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Түбәндәге берҙәм бушлай телефон һандарына РФ-да йәшәүсе һәр гражданин шылтыратып тауыш бирә ала 8 (800) 600-20-13.
Шулай уҡ консультатив ярҙамды ирекмәндәрҙән алһағыҙ ҙа була.Стәрлетамаҡ буйынс 4 нөктә эшләйәсәк. Икәүһе ҡала мәҙәниәт һарайҙарында ( Октябрь проспекты,35 һәм Туҡай урамы 9), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә(Ленин проспекты 30В), “Салауат” кинотеатры алдында(Комсомол урамы,80).
Әйткәндәй, ҡала һәм район хакимиәттәре сайттарында платформаның эшләй башлауына тиклем төрлө йәмәғәт киңлектәре объекттары проекттары менән танышырға мөмкин.


Читайте нас