Һыу баҫҡан тораҡ пункттарҙа крандан һыу эсергә кәңәш ителмәй
Һыу баҫҡан тораҡ пункттарҙа крандан һыу эсергә кәңәш ителмәй, сөнки ауырыуҙар ҡуҙғытыусы инфекцияны эләктерергә мөмкин(дизентерия, лептоспироз, Е гепатиты). Ул һыуға малдарҙың һәм кимереүселәрҙең тиҙәге менән бергә эләгә. Фильтр аша үткәрелгән йәки ҡайнатылған һыуҙы ғына файҙаланығыҙ.Температура күтәрелһә, ҡоҫоу, эс китеү күҙәтелһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.