Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Апрель 2021, 18:13

Бөгөн Стәрлетамаҡҡа “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” партияһы Үҙәк башҡарма комитеты Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова эш сәфәре менән килде.

Почетлы ҡунаҡ менән берлектә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Серебряков, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы етәкселеге,Стәрлетамаҡ советы депутаттары “Реаль эштәр” партия проекты сиктәрендә, тормошҡа ашырылған объекттарҙы ҡарап сыҡтылар. Һуңынан был йәнле осрашыуҙы йомғаҡлап, партияның урындағы бүлексәһе офисында эш кәңәшмәһе үткәрелде.

Читайте нас