Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
16 Апрель 2021, 10:14

Сибай ҡалаһында 8 класс уҡыусыһы кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән.

14 апрель көндө Сибай ҡалаһының “Еңеүҙең 30 йыллығы” скверында ,быға тиклем хөкөмгә тарттырылған 42 йәшлек ир, 70 йәшлек ҡарттың ҡулынан өс мең һум аҡсаһын тартып алып ҡасҡан.

Мәктәптән ҡайтыш килешләй Камила бер ҡатын менән оло йәштәге ирҙең бурҙы тоторға маташыуын күреп ҡалған. Ҡатын йығылып, йәрәхәтләнеп артабан бурҙы ҡыуып етә алмағанын күргән ҡыҙ,уны эскәмйәгә ултыртҡан да полицияға шылтыратҡан. Тәртип һаҡсыларына енәйәтсенең ҡайһы яҡҡа йүгергәнен, нисек кейенгәнен һөйләп биргән. Камила талаусының юлына үҙе төшөргә уйлаған, тик полиция хеҙмәткәрҙәре шундуҡ уны тотоп өлгөргәндәр. Еңел атлетика менән шөғөлләнгән ҡыҙ, бурҙы һис шикһеҙ ҡыуып етә алыр ине.
Ә шулай ҙа ололарға хөрмәт күрһәтеп, ярҙам итеүе һоҡландыра. "Ололарҙы бик ныҡ йәлләнем, улар үҙҙәрен яҡлай алмай бит", - тип йылмая Камила.

Г. Шиһапова.
Читайте нас