Тоғро дуҫмы әллә дошманмы?
Эттәрҙе кешенең тоғро дуҫы тип йөрөтәләр. Уларҙы кешеләр ғүмер буйы йорт-тирәһен һаҡлап торһон өсөн тотҡан. Ләкин һуңғы ваҡытта улар кешегә хәүеф менән янаған хайуанға әйләнеп бара...Бына бөгөнгө аяныслы хәл Учалы районының Сәфәр ауылында булған. Өй эргәһендә уйнап йөрөгән 4 йәшлек малайҙы бер өйөр берәҙәк эттәр талап үлтергән. Бала алған йәрәхәттәрҙән йән биргән.Прокуратура тикшереү башлаған.