Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Общие статьи
19 Апреля 2021, 06:21

Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә.

Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл буйынса бөгөнгө брифингта белдереүҙәренсә, республикала ташҡындың иң юғары нөктәһе 20 апрелдән 22-һенә тиклем көтөлә.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская Башҡортостанда яҙғы ташҡынға яҡынса фараз менән таныштырҙы.Был аҙнала ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә. Ҡала йылғаларында һыу кимәленең кинәт артыуы көтөлә. Әлеге көндә Ағиҙел йылғаһы 629 сантиметрға күтәрелгән, алдағы көндәрҙә 680 сантимертға саҡлы күтәрелеүе ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов билдәләүенсә, һыу баҫыу зонаһына ингән ҡала-райондар - Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Нуриман районы,Ишембай, Өфө айырым контролгә алына.
«Ташҡынға әлбиттә, һауа торошо ла йоғонто яһай. Синоптиктар әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә һалҡынайта, был иһә хәлгә ыңғай тәьҫир итер һәм әлеге күренеш тиҙерәк үтер тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле.
Читайте нас