Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф һалыу район хакимиәттәрендәге административ комиссияның вәкәләтенә ҡарай. Улар тураһындағы белешмәне район һәм ҡала хакимиәттәренең “Административ комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Теләгән һәр кем тыйылған урындарға ҡуйылған автомобилдәрҙе фотоға төшөрөп ебәрә ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһының административ комиссияһы түбәндәге адрес буйынса урыншлашҡан: Октябрь проспекты, 32, 113-сө эш бүлмәһе.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 26.7-се статьяһына ярашлы, фотолар йәки видеояҙмалар дәлил булып иҫәпләнәсәк, әгәр ҙә:
Мөрәжәғәт аноним булмаһа. Мәғлүмәт ебәргән кеше махсус бланк тултырырға бурыслы. Бланкты Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының сайтынан (https://goskomjust.bashkortostan.ru/documents/active/218812/) күсереп алырға мөмкин. Унда ул кешенең исемфамилияһы, бәйләнеш телефоны һәм электрон почтаһы, шулай уҡ ҡайҙа һәм ҡасан тәртип боҙоуы, ниндәй телефондан фотоға төшөрөлгәне күрһәтелергә тейеш. Фотолар йәки видеояҙмалар сифатлы булыуы мөһим. Унда автомобилдең тыйылған урында тороуы (урамдың исеме һәм йорт һаны күрһәтелһә, тағы ла яҡшы), теркәү номеры асыҡ сағылһын. Водитель автомобилдең салонында телефон номерын күрһәтеп яҙыу ҡалдырһа, уны ла теркәп ҡуйығыҙ. Ғаризаны һәм фотоны урындағы административ комиссияның рәсми сайтына ебәрергә кәрәк.
Ялыу, рәсми мөрәжәғәт булараҡ, “Рәсәй Федерацияһының мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы ҡарала, шуға ла унда күрһәтелгән адресҡа административ комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһында белдереү ҡағыҙы киләсәк.
Әгәр ҙә автомобиль ышаныс ҡағыҙы буйынса бүтән кешегә файҙаланырға бирелһә йә урланған булһа, ул саҡта транспортты башҡа кеше файҙаланыуын иҫбатларға тура киләсәк.
Билдәле булыуынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һалынған штрафты 20 көн эсендә түләгәндә 50 процент күләмендә ташлама ҡарала. Газон, спорт һәм балалар майҙансығын тапатҡандарға был ҡағылмай.
Автотранспортты тротуарҙа ҡуйған өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.19-сы статьяһына ярашлы штраф һалына. Протоколдарҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары төҙөй.
Һорауҙар килеп тыуһа, Стәрлетамаҡ ҡалаһының административ комиссияһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ(3473 24-04-93) . Әгәр ҙә инде административ комиссия эшенә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылһа, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар эше буйынса бүлегенә (8(347)218-10-34) шылтыратырға мөмкин.