Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ҡоро үләнде яндырыуҙан сыҡҡан янғындар һаны ла күбәйеп киткән.Бына мәҫәлән, үткән ялдарҙа ғына Стәрлетамаҡтың Тыныслыҡ һәм Хоҙайбирҙин урамдарында ҡоро үләндең яныуы теркәлгән. Бөтә янғындар ҙа тиҙ арала һүндерелгән.
Рәсәй МЧС-ының Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр идаралығының Стәрлетамаҡ бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә, тимәк, биләмәләрҙә усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!