Быйылғы йылдың конкурсы "Минең ғаиләм-минең Рәсәй" девизы аҫтында үтә.
Конкурстың маҡсаттары булып - ғаилә абруйын арттырыу, социаль-яуаплы ғаиләләрҙең ыңғай тәжрибәһе, ғаилә династияһы, сәләмәт йәшәү рәүеше менән бүлешеү, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәр ғаилә ағзаһының һәләттәрен үҫтереү тора.
Апрель айында конкурстың беренсе этабы республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтарында һәм (район-ара “Ғаилә” үҙәгендә) уҙғарыла.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм ғаилә министрлығы тарафынан конкурстың икенсе этабына ,беренсе этап еңеүселәре үтәсәк.
Ғаиләләр өсөн ойошторолған Республика конкурсының еңеүселәре дүрт номинация буйынса билдәләнәсәк:
"Күп балалы ғаилә"- был номинацияға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе һәм ҡала-район йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ғаиләләр инә.
. "Алтын ғаилә" – ҡулға-ҡул тотоноп 30 йылдан күберәк йәшәгән ғаиләләр инә.
"Ауыл ғаиләһе"нә - ауыл ерендә йәшәп , ауыл биләмәһе үҫешенә үҙ өлөшөн индереүсе, хеҙмәт, ижади, спорт яғынан төрлө ҡаҙаныштары булған, балалар тәрбиәләгән ғаиләләр.
"Йолалар һаҡлаған ғаилә"- мәҙәни һәм милли традицияларын һаҡлаусылар, шулай уҡ, профессиональ йәһәттән династияһы булған ғаиләләр инә.
Республика конкурсы еңеүселәре Йыл ғаиләһе бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм бүләкләү тантанаһы Мәскәү ҡалаһында үтәсәк.
Г.Шиһапова.