Ҡайһы бер урамдарҙа транспорт хәрәкәте сикләнә.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә, Сәғитов урамынан башлап, Тыныслыҡ урамы аша Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры янындағы юлдарға тиклем ремонт эштәре башланыу сәбәпле, бөгөнгө көндән алып транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге мәғлүмәттәре буйынса алынды.