Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Общие статьи
21 Апреля 2021, 06:17

Стәрлетамаҡта притон ойоштороусылар бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы фәхишәлек менән шөғөлләнергә мәжбүр иткәндәр.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 һәм 48 йәшлек ике ҡатын, шулай уҡ 26 йәшлек ир 2017-2019 йылдарҙа фәхешханалар ойоштороп, Стәрлетамаҡтан 10-дан ашыу ҡыҙҙы фәхишәлек менән шөғөлләнеүгә йәлеп иткән, араларында бәлиғ булмаған, шулай уҡ 14 йәше тулмаған ҡыҙҙар булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енси хеҙмәттәр күрһәтеү притондарын ойоштороусыларҙы тотҡан. Был ябыҡ притонда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм «штраф» системаһы ла хатта булған. Социаль селтәрҙә, ҡаланың «кәйеф-сафа ҡороу урындарында» енси хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында реклама таратылған. Криминаль бизнеста шулай уҡ диспетчер, водителдәр, һаҡсылар эшләгән.
Притондарҙы ойоштороусыларға ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр етерлек дәлилдәр туплаған, шуға бәйле енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
Читайте нас