Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Апрель 2021, 13:44

Владимир Путиндың бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһенән һуң үҙенең фекерҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Сергей Бойков та бүлеште:

- Владимир Путин сығышының күп кенә өлөшөн бөгөнгө көндә иң мөһим темаларҙың береһе - һаулыҡ һаҡлауға арнаны. Президенттың әйткәне һәммәбеҙгә ҡағыла, һәммәбеҙ өсөн мөһим. Минең өсөн, табип булараҡ, бигерәк тә әһәмиәтле.

Ил етәксеһенең пандемиянан һуң халыҡтың һаулығын нығытыу буйынса саралар күрергә тигән ҡарары менән тулыһынса килешәм. Бюджеттың үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса сығымдарға күберәк бүленеүе яҡшы күренеш тип уйлайым.
Президент шул уҡ ваҡытта донъяуи мәсьәләләргә генә түгел, бөгөнгө, ҡәҙимге тормош мәшәҡәттәренә лә туҡталып үтте: табипҡа күренеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү, "ашығыс ярҙам" автопаркын яңыртыу... - былар барыһы ла коронавирус арҡаһында ваҡытлыса икенсе планға күсеп киткәйне бит.
Владимир Владимирович вакцина эшләү буйынса фәнни һөҙөмтәләрҙе, был вакцинаның әһәмиәтен дә урап үтмәне, Президенттың һүҙенә ҡушылып, ҡала халҡын ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға сағырам.
Ил етәксеһе сәйәсәт, иҡтисад, белем биреү, сәнәғәт - нимә тураһында ғына һөйләмәһен, барлыҡ сығыш Рәсәй халҡын һаҡлау һәм яҡлауға ҡайтып ҡала.
Сығыш нәҡ социаль өлкәнән башланыу осраҡлы түгел, сөнки кеше йәмғиәттә һәр саҡ иң ҙур ҡиммәт булып ҡала.
Читайте нас