Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Общие статьи
21 Апреля 2021, 14:30

Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән һуң тыуған фекерҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Рыжманова Анастасия ла бүлешеп китте.

"Йәштәр Советы рәйесе булараҡ, мин В.Путиндың бер Мөрәжәғәтнамәһен дә ҡарамайынса ҡалдырғаным юҡ."

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөрәжәғәтнамәлә бер ваҡытта ла йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалғаны юҡ, йәш быуын өсөн был бик мөһим. "Пандемия ваҡытында Рәсәй йәштәре үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәттеләр", тине Ил Башлығы. Минеңсә, был юғары баһа беҙҙең ҡала йәштәренең эшмәкәрлегенә лә ҡағыла, сөнки пандемия ваҡытында ла ойошмалар ең һыҙғанып 24/7 эшләне. Шул иҫәптән, барыһы ла "Беҙ-бергә” акцияһында ла ҡатнашып өлгөрҙө бит әле!
Президенттың бигерәк тә "һәр милли проекттың йәштәргә йүнәлтелгән бүлеге булырға тейеш", тигән һүҙҙәре менән килешәм, сөнки йәштәргә ҡағылған барлыҡ саралар ҙа илебеҙҙең яҡты киләсәген алдан уҡ хәстәрләргә ярҙам итәсәк тип уйлайым."
Читайте нас