Көнүҙәк темаға.Бөгөн бөтә социаль селтәрҙәрҙә берәҙәк эттәр темаһына бәхәстәр бара. Ә тормошта ҡай сағында кешеләр эттәрҙән дә яман талап ҡуя, үкенескә ҡаршы...
Эттәй таланғандаМинме ни һуң шундай кеше инем?Нишләттең һин, тормош, нишләттең?Изге ниәт менән юлға сыҡһам,Аҫау эттәреңде һөсләттең.Эй ул эттәр, өйөрҙәре менәнӨрә-өрә юлды ҡыйҙылар,Был биләмә һинең өсөн түгел,Эҙең булмаһын, тип ҡыуҙылар.Абалашып килеп йәбештеләр,Өҙә тешләп алып балтырҙы.Ә береһе хатта аҙау тешенЙөрәгемә тиклем батырҙы.Эттәр менән ләкин эт булманым,Улар ҙа бит уҫал аслыҡтан.Яуызлыҡты алған был тормоштоңБәндәләре ҡылған хаслыҡтан.Дүрт аяҡлы эткә, һөйәк бирһәң,Тыныслыҡта һине ҡалдырыр.Ике аяҡлыһы, ҡотоң алып,Баҫҡан ерҙә һының ҡатырыр.Эт – кешенең дуҫы, тиһәләр ҙә,Эт кешеләр һис тә дуҫ түгел.Һис тә бушҡа эттәй таланғанда,Эт йәштәрен түгә буш күңел.Зөһрә Ҡотлогилдина. ( Зөһрә Ҡотлогилдина ижады төркөмөнән алынды)