Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
22 Апрель 2021, 06:33

Квадроцикл алам тип,аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Стәрлетамаҡта йәшәгән бер ир интернет аша квадроциклды арзаныраҡ хаҡҡа һатып алам тип, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.Ҡаза күреүсе һөйләүенсә,күрһәтелгән телефонға шылтыратып һөйләшкәндән һуң, һатыусыға ул 24 мең һум аҡса күсергән. Икенсе көнөнә үк һатыусынан елдәр иҫкән, әлбиттә "һатып алған" тауары килеп етмәгәне билдәле.

Хәҙерге көндә «Онлайн-һатып алыуҙар» киң танылыу алған. Әгәр, тауар реклама сайттары аша алына икән, мутлашыусылар тауар һатыу-һатып алыуҙың тиҙ башҡарылыуы менән йәлеп итә. Шул ваҡытта улар аҡса күсереү мөмкинлеге барлығын тикшереү өсөн ҡаза күреүсенән банк картаһының номерын, ә иң мөһиме CVV2, CVC2 йә иһә CID кодтарын (картаның икенсе яғындағы өс һан), картаның срогы сығыу датаһын, артабан «900» сервис номеры аша килгән смс-хәбәрҙәге паролде һорайҙар. Йыш ҡына мутлашыусылар граждандың аҡсалары тураһында мәғлүмәт алып, уның аҡсаһын «Мобиль банк» хеҙмәте аша ла күсереүгә өлгәшә.
АВИТОла арзан ғына хаҡҡа автотранспорт, мототехника һатыу, уны башҡа кешеләр алып өлгөрмәһен өсөн электрон иҫәпкә аҡса күсереү кәрәклеге хаҡында иғлан күрһәгеҙ, ышанмағыҙ. Был алдаҡ! Тейешле сумманы күсереү менән «һатыусы» телефонын һүндерәсәк, ә һеҙ аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.

Телефонығыҙға банк картағыҙҙың ябылыуы, уны яңынан асыу өсөн күрһәтелгән номерға шылтыратырға кәрәклеге хаҡында СМС-хәбәр алдығыҙ ти. Был да ялған хәбәр! Банк карталарын ундай юл менән япмағандары күптән инде билдәле.
Хәҙерге ваҡытта телефон номерын теркәү ҡатмарлы эш түгел, шул ваҡытта мутлашыусылар өсөн шылтыратыу түләүле буласаҡ. Кешегә билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар, абонент трубканы алып өлгөргәнсе бәйләнеш өҙөлә. Ул ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай үҙе уға шылтырата, ә уға автомат яуап бирә, йә иһә гудоктар ғына ишетелә. Шылтыратыу барған арала аҡсаһының мутлашыусы иҫәбенә күсеүен ябай кеше аңламай ҙа ҡала. Шуның өсөн билдәһеҙ абонент шылтыратҡан хәлдә лә уяу булырға кәрәк.

Читайте нас