Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Апрель 2021, 07:31

Сүп-сар яндырған өсөн штраф.

Янғынға ҡаршы махсус режим Стәрлетамаҡта ла эшләй башланы. Хәҙер сүп-сарҙы, ҡороған үләнде, ағас олондарын, ҡыуаҡлыҡты яндырған өсөн штраф түләтеү ҡарала.

Һүҙ бигерәк тә парктар һәм скверҙар тураһында бара. Сөнки, ял урындарында шундай төтәтеү ойоштороу уңайһыҙлыҡ тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә һаулыҡҡа ла зыян килтерә. Етмәһә, бындай урындарҙа йыш ҡына бала-саға менән ял итәләр.
Штраф граждандар өсөн – 500 йөҙ һумдан 2 мең һумға , ойошмаларға ҡарата 5 меңдән 10 мең һумға тиклем тәшкил итһә, юридик шәхестәр өсөн 50 мең һумдан 100 мең һумға саҡлы етә икән.
Әгәр административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың шаһиты булһағыҙ, 102 телефон һандары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас