Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
27 Апрель 2021, 11:23

"Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам"- диктанттың девизы шулай яңғырай.

24 апрель көндө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһы уҙҙы. Донъя кимәлендәге күркәм сараның ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыны.
Стәрлетамаҡтар быйыл да халыҡсан акциянан ситтә ҡалманы, диктант яҙыуға дәррәү ҡушылды. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҙған акцияға 113 кеше килгәйне. Башҡорт теленән диктант яҙыусылар араһында иң оло йәштәгеһе – 85 йәшлек Зөбәржәт Ғәли ҡыҙы булһа, иң кесеһе –11-се мәктәп уҡыусыһы 10 йәшлек
Азалия Ҡотлоғәлләмова. Диктантты филология фәндәре кандидаты, доцент Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллина уҡыны.
Был сараға килгән иң кесе һәм иң оло диктант яҙыусының фекерҙәренә туҡталып үтәйек:
11-се мәктәп уҡыусыһы Азалия Ҡотлоғәлләмова:
– Башҡорт теле дәрестәрен көтөп алам һәм диктант яҙырға яратам. Шуға күрә бөтә Республика буйынса уҙғарылған акцияға ҡушылыуым бик ҡыуаныслы. Уйламай ҙа
инем, диктант яҙыу үҙе бер ҙур байрамға әүерелгәнен, күп кеше булыуына хайран ҡалып та, әҙерәк тулҡынланып та киттем! Миңә бик ныҡ оҡшаны. Алла бирһә, йыл һайын ҡатнашырға тип үҙемә һүҙ биреп ҡуйҙым.

Зөбәржәт Ғәли ҡыҙы, 85 йәш.
– Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡағылған саралар ойошторола икән, тимәк, туған телебеҙ йәшәйәсәк, туған телебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа! Был көнгә бик ихлас әҙерләнгәндәре күренеп тора, йәштәрҙең күпләп булыуы икеләтә ҡыуандыра. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың халҡыбыҙҙың милли кейемдәр кейеп, башҡорт милли алҡаларын тағып, байрамға килгән кеүек әҙерләнеп килеүҙәре һоҡланғыс күренеш!

Альмира Мөхәмәҙиәрова, китапхана мөдире:
– Беҙҙең китапхана йыл да был саранан ситтә ҡалмай. Былтыр ул онлайн форматында үтһә, быйыл беҙ ошондай дөйөм форматта үткәрергә булдыҡ. Телебеҙҙе һаҡлауға һәм
яҡлауға, халҡыбыҙҙың милли мәҙәнилеген үҫтереүгә, тел кимәлен арттырыу маҡсатында үткәрелгән был саранан ҡалабыҙҙың билдәле шәхестәре лә ситтә ҡалманы: Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт ҡатын – ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова, яҙыусы, журналист Фаяз Йомағужин, шағирә Римма Ғәлимова ҡатнашты. Шулай уҡ уҡытыусылар һәм китапхана уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. Милләттәштәр, фекерҙәштәр менән бергәләп диктант яҙып, башҡорт теленең матурлығы, йомшаҡлығына йәнә бер тапҡыр инандыҡ.
Читайте нас