– Бейеүгә һөйөү нисек башланып китте?
– Бейеүсе булыр өсөн тыуғанымды бала саҡтан уҡ аңлай инем. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға, кем булырға тигән һорау мине бөтөнләй борсоманы. Һайлаған һөнәремә ҡаршы төшөүсе лә булманы.
Бәләкәй саҡта Асҡар урта мәктәбендә уҡыған сағымда “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбленә йөрөй торғайным, һәр байрамда сығыш яһай инек. Аҙаҡтан, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумында бейеү бүлеген тамамлап, Бейеү театрында ике йыл эшләгәндән һуң, Һамар өлкәһенә юғары белем алырға сығып киттем. Уҡыған ваҡытта “Волжские казаки” тигән ансамблдә эшләп йөрөнөм. 2003 йылда Израилдә бер йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡ бейеү театрына киренән әйләнеп ҡайттым.
– Бейеүҙе ташларға кәрәк тигән уйҙар булманымы?
– Юҡ, сөнки минең тормошом бейеү менән ҡоролған. Бейеүһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бейеү һулар һауам, эсәр һыуым, йөрәк тибешем кеүек, бар күңелемде, йөрәгемде ғүмерлеккә солғап алған. Белеүегеҙсә, ҡатыным Наталья Хәйруллина ла бейеүсе. Бейеү – беҙҙең өсөн бөтә нәмәнең башланғысы, беҙҙең һөйөү, беҙҙең уртаҡ яҙмыш. Нәҡ ошо сәнғәткә һөйөү нигеҙендә табыштыҡ, ҡауыштыҡ, эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа – бейеү тиһәм дә яңылышмаҫмын. Ғөмүмән алғанда, бейеү йәшәтә лә, йәшәртә лә!
– Бейеүсе булараҡ, ниндәй проблема күңелегеҙҙе борсой?
– Башҡорт бейеүе – халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы. Мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау, халҡыбыҙҙың аҫыл бейеүҙәрен быуынданбыуынға тапшырыу төп бурысыбыҙ булырға тейеш. Был йәһәттән тарихи бейеүҙәргә йән өрөп халыҡҡа ҡайтарған ижадсыларға рәхмәт әйтке килә. Бейеү сәнғәтендә талантлы балетмейстерҙарҙың артыуын теләйем.
– Репетицияларға күп ваҡыт китәме?
– Көн һайын сәғәт иртәнге 9-ҙан кискә тиклем беҙҙең репетициялар.
– Бейегәндә ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?
– Һәр бейеүҙең үҙенең тарихы бар. Шуға күрә, һәр бейеүгә үҙенә хас булған хистойғоларҙы тамашасыға асып һалғанда, үҙең дә бар күңелең менән шуға биреләһең
инде.
– Бейеү театрының концерт миҙгелен ябыу тураһында нимәләр әйтерһегеҙ, ниндәй сығыштар көтөлә?
– Быйылғы йылдың театр-концерт миҙгелен ябыу Бейеү театрының 30 йыллығына арналған. Был сарала бейеү театрының 30 йыл буйына тупланған төрлө- төрлө бейеүҙәрен күрә аласаҡһығыҙ. Концерт ике өлөштән торасаҡ: беренсеһе, һәр ваҡыт та йөрәгендә ижад ҡомары дөрләгән бейеү оҫтаһы, Стәрлетамаҡ Бейеү театрын ойоштороусы Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин һалған бейеүҙәрҙе сәхнәләштерәсәкбеҙ. Уның ҡуйған бейеүҙәрендә героик үткәнебеҙҙең сағыу биттәре (“Салауат”, “Бүреләр”, “Любезники-любизар”), халыҡ тормошондағы колоритлы сәхнәләр, (“Бөрйән егеттәре”) йәнләнә. “Башҡортостан егеттәре”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Урал бәйете” композициялары халҡыбыҙҙың матурлығын, көсөн һәм ҡеүәтен данлай.
Концертыбыҙҙың икенсе өлөшө – донъя халыҡтары бейеүҙәре менән байытыласаҡ. Төрлө халыҡ балетмейстерҙарының бейеүҙәре, шулай уҡ үҙебеҙҙәге билдәле балетмейстерҙар Эльвира Дауытова (“Ҡымыҙсылар” бейеүе), үҙемдең һалған бейеүҙәрем, яңы бейеүҙәр премьералары менән тамашасы алдына сығасаҡ. Шуға күрә килегеҙ, күрегеҙ, матурлыҡ, бейеү донъяһына сәйәхәт итегеҙ, тип мөрәжәғәт иткем килә Стәрлетамаҡ халҡына.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә яңынан-яңы ижади ҡаҙаныштар, уңышлы сәфәрҙәр һәм, әлбиттә, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Гөлкәй Ҡыуатова.
Фотолар Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе архивынан алынды.