Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
27 Апрель 2021, 11:33

Тыпыр-тыпыр бейейбеҙ, Ямғыр йыры көйөбөҙ...

Шаулап-гөрләп яҙ килеү ҡыуанысынан бейергә буламы шулай? Кем теләй үҙ алдына бейергә мөмкин, ә бына Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә төрлөрайон-ҡалаларҙан килгән уҡыусылар “Һәр бейеүҙә - халыҡ рухы” тип исемләнгән оҫталыҡ дәрестәре марафонында осҡон сәсрәтеп бейеп, күңел асып ҡайтты.

Был сара Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарылды. Бында Башҡортостандың атҡаҙанған артистары: Эльвира Дауытова менән Рәйел Лоҡманов башҡорт бейеүенең үҙ серҙәренә төшөндөрһә, Рөстәм Хәйруллин менән Наталья Хәйруллина сыуаш һәм мари бейеүҙәрен, Бейеү театры солистары Сулпан менән Рудамир Басировтар татар бейеүе буйынса һабаҡ бирҙе. Сараға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән – Салауат, Балаҡатай, Мәсетле, Бәләбәй, Дәүләкән, Ҡариҙел, Өфө райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән бейеү ансамбле етәкселәре һәм унда бейегән ҡыҙҙар-егеттәр килгән ине.
Ҡатнашыусыларҙың күп булыуы, һәр береһе үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алырға килеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы.
Бейеү бит ул - үҙенә күрә айырым донъя, үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм хис-тойғоларыңды һүҙһеҙ генә тапшырыу. Бейеүсе - хәрәкәтте генә түгел, күҙ ҡарашы менән генә лә бар тарихты аңлатып биреүсе. Халыҡ бейеүҙәре тәрән мәғәнә аша тамашасыны уйландырырға мәжбүр итә. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың һаны арта икән, тимәк, бейеү хәрәкәттәре аша халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милли үҙенсәлеген башҡа халыҡтарға еткереүсе быуын да бөтмәйәсәк, халыҡ бейеүҙәре мәңге йәшәйәсәк! Балаларҙа халыҡ бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәр ансамбль етәкеләренә рәхмәт хаттары, ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылғандан һуң, филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина тарафынан ҡуйылған “Урал легендалары” мюзиклы барыһының да күңеленә хуш килде. Иң мөһиме, тап ошо байрамда яңғырағанса, “Һинең йырың, нурың, юлың йәншишмәнән башлана...” тигән һүҙҙәр үҙебеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙең балаһы булараҡ, төрлө уйҙарға һалды...
Халыҡ бейеүҙәре һәм тарихы менән сағылған был көн илаһи рух байрамына әйләнде! Байрам айҡанлы уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәренә бәйле бер нисә кешенең фекеренә туҡталып үтәйек:
Эльвира ДАУЫТОВА, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Бейеү театрының баш балетмейстеры:
– Республикабыҙҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡта уҙғарылған “Һәр бейеүҙә – халыҡ рухы” оҫталыҡ дәрестәре марафоны менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны бермәбер арта. Был инде, тәү сиратта, ошо сараның киңерәк ойошторолоуы – төрлө халыҡ бейеүҙәре серҙәренә өйрәтеүҙән торалыр тип уйлайым. Халыҡ бейеүе нигеҙендә сәхнә бейеүе барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә халыҡ бейеүе онотолоуға дусар ителһә, халыҡ үҙе лә яйлап юҡҡа сыға, сөнки бейеү – ул халыҡтың күңел хазинаһын, уның донъяға ҡарашын сағылдырыусы ғына түгел, ә рух сығанағы ла. Шуға күрә, был байрамдың дауамы буласаҡ, әлбиттә. Башҡортостаныбыҙ киләсәктә лә оҫта бейеүселәре менән дан аласаҡ әле!

Рим АСҠАРОВ, баш балетмейстер ярҙамсыһы, бейеүсе:
– Был сарала ҡатнашыусыларҙың иң бәләкәсенә 11 йәш булһа, иң өлкәненә - 57 йәш. Төрлө милләт вәкилдәре килгән, мәҫәлән, мариҙар – Мишкә районынан, сыуаштар – Бәләбәйҙән. Телем, илем, халҡым тип янған, һәр яңылыҡты күтәреп алған алдынғы уҡытыусылар йыйылған бында бөгөн. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Был сараның ғүмере оҙон булыр тип уйлайым. Киләһе йылдарҙа ла осрашырға насип булһын!

Г.Ҡыуатова.
Фотолар Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе архивынан алынды.
Читайте нас