«Мин БСК заводында инде 20 йылдан ашыу эшләйем. Эшемде бик ныҡ яратам. Тепловоз машинисы сода етештереү өсөн продукция (биокарбонат натрийы) һәм махсус ҡорамалдарҙы вагондарға тейәп заводтың цехтарына тапшыра, аҙаҡтан әҙер продукцияны бөтә илгә таратыу өсөн “Косяковка” станцияһына алып барабыҙ. Беҙҙең цехтағы ныҡлы, сифатлы локомотивтарҙың эшлектән сығыу срогы 25 йылдан ашыу, бынан өс йыл элек заманса ТЭМ18 тигән локомотив алынды. Был бөтөнләй
икенсе техника, ул бөтөн депоның эшен оптималләштерергә ярҙам итә, уның менән яғыулыҡты дистанцион рәүештә тикшерергә була, тине эше тураһында Илдар Ибраһимов.
Үҙең яуаплы булған цехтағы һәр тепловоздың нисек «йәшәүен» тойоу үҙенә күрә бер оҫталыҡ талап итәлер. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле, уңған эшсәндәрҙең береһе ул Илдар Тимерғәли улы. Шуға күрә лә ул – республикабыҙҙа уҙғарылған “Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес” конкурсында ла еңеү яулаған эшселәрҙең береһе.
“Нәҡ уның кеүек коллективта ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр – заводтың төп терәге”, тигән фекерҙә уның хаҡында БСК директоры Эдуард Давыдов.
Илдар ағайҙың үҙ һөнәрен яратҡаны күҙҙәренән үк күренеп тора. Ә инде уның эше тураһында һөйләгәнен сәғәттәр буйына тыңларға була, сөнки уның хеҙмәте, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, хатта, үҙе әйтмешләй, донъялағы иң яҡшы һөнәр! Шуға ла әңгәмәсемдән ишеткәнемдең иң шәптәрен, ҡыҙыҡһыныу уятҡандарын һеҙҙең менән дә бүлешергә ашығам.
– Бына әйтәләр бит, барыһы ла ғаиләнән башлана тип, донъялағы боронғо, иң ауыр һәм яуаплы, бер үк ваҡытта хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе – тимер юлсы һөнәрен һайлауым да ғаиләнән килгәндер тип уйлайым. Сөнки минең атайым да, ағайым да тимер юлсы булып эшләне. Дим биҫтәһе училищеһында тәүҙә тепловоз машинисы ярамсыһы булып уҡып сыҡҡандан һуң, әҙерәк эшләп алғас, машинист һөнәренә уҡыталар ине. Шулай итеп, тепловоз машинисы һөнәренә лә эйә булдым. Етеҙлек, көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ, иғтибарлылыҡ талап ителә беҙҙең эштә. Был һөнәр эйәләренең һаулығы ныҡ булырға, күҙҙәре яҡшы күрергә, ҡолаҡтары яҡшы ишетергә тейеш.
Эшем шуныһы менән оҡшай: беҙ һәр ваҡыт хәрәкәттә. Эшем тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ та. Машинистың тәҙрәһенән тәбиғәттең мөғжизәле күренештәрен күҙәтергә була. Ауыр юлдарҙы үткәндән һуң, тепловоздың әкрен генә туҡылдаған тауышына йылы ғына үлән сәйе эсеү үҙенә күрә бер “тимер юл романтикаһы” бит ул!
Эш графигы ла минең өсөн бик уңайлы, бер көн көндөҙ эшләһәм, икенсе көн төнгөлөккә сыҡҡандан һуң – ике көн ял, – тип дәртләнеп һөйләй әңгәмәсем.
Булдыҡлы эшсенең рухы ла бай. Эшенән буш ваҡыттарында Илдар Ибраһимов китаптар уҡырға ярата, өҫтәл теннисы менән мауыға һәм йәйге көндәрҙә балыҡҡа ла йөрөргә лә өлгөрә икән. Ә рухы бай кешенең йәшәйеше лә, эше лә, тормошо ла башҡалар алдында бары тик оло хөрмәт кенә уята.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.