Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Май 2021, 10:08

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы, “Ашҡаҙар” гәзите иғлан иткән "Мин ишетәм һалдат йырҙарында...” конкурсы аҙағына яҡынлашты.

Конкурсҡа йомғаҡ яһаусы мәртәбәле жюри ағзалары менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы- Рәмил Әүбәкиров https://vk.com/id115131328, Рәсәй һәм Башҡортостан республикаһының конкурстар лауреаты - Зөлфиә Әүбәкирова https://vk.com/id113729919, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, журналист – Рәшит Зәйнуллин https://vk.com/rashitzaynullin , Башҡортостан рҽспубликаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡоллҽджы уҡытыусыһы- Гүзәл Шәмиғолова https://vk.com/id588465219 Килгән эштәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле , һәр береһе иғтибар һәм ихтирамға лайыҡ! Шуға күрә, баһалаусылар бәйгегә килгән бөтә видеояҙмаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, ике еңеүсене билдәләргә ҡарар итте. Бына улар - Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Ғәрифуллина Сәлимә "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” https://vk.com/id501765236 Күмертау ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 1 класс уҡыусыһы Зарина Мөхәмәтшина, етәксеһе Гөлназ Әмирғәлина https://vk.com/id106056987 Шулай уҡ күп лайк йыйыусы “Ҡайындар шаулай” йыры менән Ғафури районы Имәндәш мәҙәниәт йорто "Әхирәттәр" вокал ансамблен еңеүсе тип билдәләйбеҙ! Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, ҡалғандарҙың барыһына ла ҡатнашыусы сертификаты тапшырыласаҡ!

Читайте нас