Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
9 Мая 2021, 10:17

МИН ҺУҒЫШ БАЛАҺЫ, ЙӨРӘГЕМДӘ ШУЛ ЙЫЛДАРҘЫҢ УҢАЛМАҪТЫР ЯРАҺЫ...

Ҡәһәрле һуғыш күпме баланың яҙмышына үтеп инеп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, балалыҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Уларға был дәһшәтлҽ йылдар шаһиты булырға тура килгән. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе тыл ветерандары хәтирәләренең береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Һуғыш башланғанда уға өс йәш була.
Сәлимов Мөхтәр Шакир улы 1938 йылдың 23 февралендә Стәрлетамаҡ районы Левашовка ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Һуғыш башланғанда уға ни бары өс кенә йәш булған. Һигеҙ айлыҡ ҡына сағында атаһын юғалтҡан бала әсәһе, өләсәһе һәм олатаһы менән йәшәй. Олатаһы менән өләсәһе оло йәштәгеләр, шуға күрә улар йорт эштәре менән була, әсәһе спирт заводында эшләй.
«Кемдәр шул йылдарҙа спирт заводында эшләгән, шуларға аслыҡ йылдарында еңелерәк булғандыр, сөнки заводтың спирт эшкәрткәндән ҡалған төпрәһен биреп ҡайтара торғайнылар. Төпрә арҡаһында һыйыр аҫрай алдыҡ, – тип иҫкә төшөрә ул йылдарҙы Мөхтәр бабай.
– Һуғыш ваҡытында ашаған аҙыҡтар тураһында хәҙер анһат ҡына итеп һөйләп ҡуялар ул. “Беҙ һуғыш йылдарында серек картуф менән үлән ашап йән аҫраныҡ”, ти күптәр. Ул йылдарҙа үҙәккә үткән аслыҡ ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел, бигерәк тә шул аслыҡты кисергән кешеләр өсөн. Картуф һуғыш йылдарында “икенсе икмәк” тигән исем алды. Ысынлап та, ауыл ерендә картуфтың тотҡан ролен баһалап бөтөрлөк түгел. Картуф ул ваҡытта “икенсе икмәк“ түгел, “беренсе икмәк“ булды, сөнки ауылдарҙа күп йылдар буйы (һуғыштан һуң да) ашлыҡтан бешергән икмәк күрмәй йәшәнек. Әсәйемә заводтан бер бөртөк кенә картуф бирә торғайнылар, шуны ғаиләбеҙ менән бүлешеп ашай торғайныҡ. Картуфтың бармаҡ башындайын да әрәм итмәй, әрсемәй, шул көйө ашҡа һалып, ҡабығы менән ашаныҡ.”
Малай һуғыш һүҙен йыш ишеткән, тик бәләкәй булғанға, был һүҙҙе аңлап етмәгән. «Һуғыш бөткән тигән ҡыуаныслы һүҙҙе ишеткәндә, мин инде яҡшы хәбәр икәнлеген күңелем менән тойҙом», – тип иҫенә төшөрә Мөхтәр бабай.
Күпме көтһәм дә, атайым күренмәне...
“Ауылда уйнап үҫкән малай һәм ҡыҙҙарҙың аталары һуғыштан ҡайта башланы. Ҡайһыныһының аяғы юҡ, кемеһенеңдер башы бәйләнгән, ә минең атайым күпме көтһәм дә күренмәне... Ниндәй ҡыйын ине миңә, башҡа малайҙарҙың атайлы булыуҙарын аңлай башлағас, йөрәк телеп-телеп һыҡрап ала торғайны.”
Иң ныҡ иҫемдә ҡалғаны пленға алынған немецтар булды. Беҙҙең ауыл янында йәшәнеләр. Уларҙы көн дә спирт заводына, ит комбинатына эшкә йөрөттөләр. Өйөбөҙҙә лә хәрби кеше йәшәне, ул хәрби эшелонда әсирлеккә эләккән тотҡондарҙы йөрөттө, бик оҫта ҡуллы була торғайны, үҙ ҡулдары менән саналар эшләй торғайны, – тип хәтерләй бала сағын Мөхтәр Шакир улы.
Һуғыш тамамланғандан һуң, Мөхтәр Сәлимов ете йыллыҡ мәктәптә уҡый, унан һуң 1957 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) тарихфилология факультетына уҡырға инә. Уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, ике ай Строймаш ҡасабаһында эшсе йәштәрҙе киске мәктәптә уҡыта. Шунан һуң армияға алынып, ике йыл Ырымбур өлкәһе Дуңғыҙ станцияһында артиллерия һәм ракета хәрби подразделениеһында хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, ул 27 йыл Стәрлетамаҡта һаңғырауҙар өсөн мәктәп-интернат директоры булып эшләй.
– Балалар бик яҡшы булды был мәктәптә. Күбеһе ауыл балалары ине, эшһөйәр, һәр ваҡыт кескәйҙәргә ярҙам иттеләр. Уҡыусылар барыһы ла һоро формала ғына йөрөй торғайнылар, магазиндан төрлө кейем алырға рөхсәт иткәс, уҡыусыларымдың йөҙҙәрендәге йылмайыуы бөгөнгөләй күҙ алдымда, – ти ул.
Әлеге көндә Мөхтәр Шакир улы – Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар советының “Һуғыш осоро балалары” комиссияһы рәйесе ярҙамсыһы, “Хеҙмәт ветераны”, “Һуғыш осоро балаһы”, “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, ”В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл” миҙалдарына лайыҡ булған шәхес.

Һуғыш осоро балалары исеменән рәхмәт!
– Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитовҡа ҙур рәхмәтемде еткерер инем, сөнки бөгөнгө көндә беҙгә, һуғыш осоро балалары тигән махсус статус булдырыуҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Тәү башлап, һуғыш осоро балаларына махсус статус биреү тураһында Тәлғәт Ғиниәтулла улы Рөстәм Хәмитов республиканы етәкләгән заманда уҡ уға хат яҙғайны, яуап булмағас, һәр ҡала, район хакимиәт башлыҡтары менән берлектә, республикабыҙҙың хәҙерге башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте. Ул бик тиҙ яуап ҡайтарҙы: «Һуғыш балаларының бала сағы булмаған тиерлек, улар ил менән бергә ауыр һынауҙар кисергән. Ә һуңынан уны аяҡҡа баҫтырған. Улар алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ! «Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында»ғы закон 2021 йылдың майынан көсөнә инергә тейеш. Ә беҙ бюджеттың килеме артыуына ҡарап ярҙам күләмен арттырырбыҙ», — тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Уға ла барлыҡ һуғыш осоро балалары исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тип тамамланы һүҙен Мөхтәр Шакир улы.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.
Читайте нас