“Һуғыш башланды” тигән ауыр хәбәр ҡолаҡта һаман сыңлай...
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, ауылда бер аҙ колхозда эшләп алғас, дуҫтарым Әсҡәт, Рауил менән өсәүләшеп Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш юлын төҙөргә сығып киттек. Преображеновка ауылы ситендә ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәп, юл ремонтлаусылар булып эшләп йөрөнөк. Ана шул ваҡыттарҙа инде Һуғыш башланды тигән ауыр хәбәр алдыҡ. Шунан беҙҙе 14 йәштән алып һуғышҡа әҙерләй башланылар...
Беҙҙең өс дуҫ араһынан иң тәүгеләрҙән булып 1941 йылда Рауил Рәхмәтуллин китте, ауыр яраланғандан һуң ике йылдан кире әйләнеп ҡайтты, унан һуң Әсҡәт китте. Һәм... ғүмерлеккә яу яланында шул 17 йәшлек кенә егет булып тороп ҡалды...
Һуғыш йылдары.
17 йәшемдә 1943 йылдың ноябрь айында мине лә һуғышҡа алдылар. Тәүҙә снайпер булырға өйрәттеләр. Аҙаҡтан бер йыл үткәнме икән, Украинаның Чернигов өлкәһендә окопта ултырҙыҡ. Май-июнь айҙарында Брянскиҙан һәм Белоруссиянан немецтарҙы ҡыуҙыҡ, Литваны азат иттек, Латвиянан һуң Көнсығыш Пруссияны алдыҡ.
Һыуығын да, аслығын да күрҙек, землянкаларҙа йәшәнек. Тәүге килгән көндәрҙә үк хәрби кейем тараттылар. Тик улар иҫкереп бөткән, фронтта булып ҡайтҡан шинелдәр ине. Ҡайһы берәүҙәрендә пуля урындары үтә күренеп тора ине.
Белоруссияға килеп еткән ваҡыт һаман күҙ алдында: беҙҙең танктар яна, танк өҫтөндә беҙҙең һалдаттарҙың һәм немецтарҙың үле кәүҙәләре, шартлатыуҙан ағастарҙан бер нәмә лә ҡалмаған ине, ян-яҡҡа ослайып торған ағас ботағында кемдеңдер гимнастерка менән бергә өҙөлгән ҡулы һәленеп тора...
Һуғыш йылдарында элемтә ротаһына эләктем. Лейтенант Галкин мине тикшереп ҡарағандан һуң, Морзе телеграфисы итеп ҡуйҙы. Ул ваҡыттарҙа Мәскәүҙән һәм 3-сө Белорус фронтынан көнө-төнө шифрланған телеграммалар ала торғайныҡ. Уларҙы тиҙ арала (танкистарға, шифрҙарҙы уҡыған кешеләргә) таратып сығырға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш инем. Һәр телеграммала ҡабул итеү ваҡыты яҙылған һәм алып барып тапшырыу ваҡытын яҙырға кәрәк ине. Бына шулай бер көндө хәрби бурысымды үтәп часҡа ҡайтып килгәндә, күктә минең ҡаршыма ғына фашист самолеты осоп килә. Янымда йәшенергә бер ағас та, бер ҡыуаҡлыҡ та юҡ исмаһам. Бары ялан ғына... Бына был самолет баш осомдан ғына үтеп барышлай миңә ата башланы, мин ергә яттым, пулялар янымдан ғына осоп төштөләр, шулай итеп өс тапҡыр атҡылағандан һуң, кире әйләнеп китте. Мине үлгән тип уйланылар микән, сөнки мин ҡыбырламай тик яттым, әллә патрондары бөттөмө икән. Шуның кеүек хәлдәр күп булды, барыһын да һөйләп булмай...
Еңеү көнөн Балтиҡ диңгеҙе ярында ҡаршы алдыҡ. Бар ғаләмгә русса “уррррааа!” тигән һүҙҙәр ишетелде,барыһы ла күккә ата башланылар! “Еңеү, еңеү!” тип ҡысҡырҙылар. Шунда ғына күҙ йәштәрем аша “Беҙ йәшәйәсәкбеҙ!” тип ҡабатланым... Беҙ йә-шә-йә-сәк-беҙ!!!
Ғаилә ҡороп, тол ҡалдым...
Ете йыл армияла булып, һуғышта ҡатнашып, 1950 йылдың көҙөндә тыуған ауылыма ҡайттым. Ғәзизә исемле ҡыҙға өйләндем. Уның атаһы һуғыш яланында ятып ҡалған, әсәһе үлгән ине. Оҙаҡ та йәшәп өлгөрмәнек, 1951 йылда Ғәзизә бала тапҡанда үлеп китте. Шул көндән алда миңә күргән төшөн һөйләүен хәтерләйем, “төшөмдә һалынып бөтмәгән мейес күрҙем. Яҡшылыҡҡа түгел был”, тигәйне. Шулай итеп, мин яңы тыуған улым менән тороп ҡалдым. Аллаһы Тәғәләнән һаулығымдан ғына айырмауын һораным. Һаулыҡ булһа – барыһы ла булыр, тинем мин. Баламды әсәйемә ҡалдырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш эҙләргә юлландым. 1952 йылда Сода ТЭЦында машинист булып эшкә төштөм. Заводта эшләгән ваҡытта һәйбәт кенә ҡыҙ Тәкмилә менән таныштым. Бер-беребеҙҙе яраттыҡ, өйләнештек. Тик был бәхетем дә оҙаҡҡа барманы. 1957 йылда улыбыҙ тыуҙы, уға 4 кенә ай булғанда Тәкмилә лә үлеп китте. Табиптар әйтеүенсә, йөрәге ҡарт кешенеке кеүек булған, насар эшләгән... Тағы ла яңғыҙым ике улым менән тороп ҡалдым.
Ни эшләйһең инде, яҙмыштарҙан уҙмыш булмағас. Бар һынауҙарҙы ла үттем, заводта көнө-төнө эшләнем, балаларҙы ҡараным. Бер йылдан һуң Мәрйәм исемле ҡыҙ менән таныштым. Бергә йәшәй башланыҡ, балалар яйлап үҫтеләр, 1961 йылда Мәрйәм миңә ҡыҙ бала табып бирҙе. Уға үҙем Асия тип исем ҡуштым. Балаларым үҫеп, үҙ ғаиләләрен ҡорҙолар. Мәрйәм бик егәрле, шәп ҡатын ине. 1997 йылда ул да мине ташлап мәңгелеккә гүр эйәһе булды.
32 йыл машинист булып эшләнем. Хеҙмәт кенәгәһендә бары ике генә яҙыу: “Сода ТЭЦ-ына эшкә алынды һәм хаҡлы ялға сыҡты” тигән.
Әлеге көндә Миңләхмәт Ғиләзитдиновҡа 94 йәш. Ҡыҙы Асия менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Уның һөйләгәндәрен тыныс күңел менән генә тыңлап булмай, йөрәк елкенеп, күҙҙәргә йәш төйөлдө. Еңеү көнөндә генә түгел, ә һәр саҡ һуғыш ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ашығайыҡ. Тыныс илебеҙ өсөн беҙ улар алдында бурыслы...
Яугир хәтирәләрен Гөлкәй ҠЫУАТОВА яҙып алды.