Ҡазан мәктәбендә атыш ойошторған егетте ҡулға алғандар.
Бөгөн Ҡазанда ике ир 175-се гимназияға инеп атыш ойошторған. Берәүһе - 19 йәшлек Илназ Ғәләүиев тәүҙә һаҡсыны үлтергән, шунан уҡытыусыға һөжүм иткән, ә аҙаҡ 8 класс уҡыусыларына атҡыслаған. Атыш ваҡытында 7 баланың( 4 малай һәм 3 ҡыҙҙың) һәм бер уҡытыусының ғүмере өҙөлгән, уларҙың икәүһе өсөнсө ҡаттағы тәҙрәнән һикереп үлгән. 21 кеше зыян күргән, алтауһы - реанимацияла. Икенсе енәйәтсене мәктәп эсендә юҡ иткәндәр.Был ҡурҡыныс хәлдән һуң Башҡортостан Президенты Радий Хәбиров республикалағы барлыҡ мәктәптәрҙә лә хәүефһелек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазан халҡына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.Теракт ваҡытында зыян күргәндәрҙең барыһына ла Башҡортостан шифаханаларында бушлай реабилитация программаһы үтергә, ғаилә менән ял итергә саҡырҙы.