Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Общие статьи
12 Мая 2021, 07:57

ЕТМЕШ АЛТЫНСЫ ЕҢЕҮ ЯҘЫН ҠАРШЫЛАП.

Матур итеп биҙәлгән ҡалабыҙҙың һәр мөйөшөндә тормош гөрләп торғаны һиҙелә. Ҡәҙер-хөрмәт менән бөгөнгө байрамдың иң түренә үткән ветерандарҙың, күпме кешенең йөҙөндә оло бәхет-шатлыҡ та, күҙҙәрендә һуғыштан ҡайтмаған яҡындары тураһында тәрән һағыш та, күҙ йәштәре лә сағылып ҡала...

Барыһы менән тәбиғәт тә бөгөн тантана итә төҫлө: тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен һипкән муйыл, сирень сәскәләренең гүзәллеге, ҡоштар һайрауы илаһи бер моң булып күңелдәрҙе арбаһа, ҡояш биттәрҙе наҙлап ҡына иркәләй... Эйе, бөгөн Стәрлетамаҡҡа ла шаулап-гөрләп Еңеү яҙы килде!
Бөйөк Еңеү байрамы “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалыу тантанаһынан башланып китте. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, ҡала советы рәйесе Сергей Бойков, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ҡала советы депутаттары, ойошма һәм предприятие етәкселәре тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр, веноктар һалынды. Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап 76 уҡыусыны “Йәш армиясы”лар сафына алдылар. Улар ата-әсәләре, остаздары һәм дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар берҙәмлегенә тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданы булырға тантаналы ант бирҙе.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағас, һәммәһе лә һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Һалдаттар тантаналы марш менән “Мәңгелек ут” янынан атлағанда һәр кем күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер. Еңеү паркында ҡала хакимиәте башлығы, йыш-йыш туҡтап, һуғыш ветерандары менән аралашты, байрам айҡанлы йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
– Рәхмәт һеҙгә, ветерандар! Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын, һеҙ донъяны фашизмдан азат иттегеҙ, илдең ҡеүәтен ҡайтарҙығыҙ һәм нығыттығыҙ, тыныс көндәрҙә лайыҡлы хеҙмәт иттегеҙ һәм бына инде күп йылдар өлгө булып, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе һәм бүлә-бүләсәләрҙе яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерәһегеҙ. Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм изгелектәр теләйем! – тине ул
Байрам көнөнөң төп өлөшө сағыу тамаша – Еңеү парады менән дауам итте.
Ленин проспекты буйлап кадеттар, йәш армиясылар, полиция, аэрокосмос, медицина класы уҡыусылары, Росгвардия һәм Рәсәй именлек хеҙмәте, шулай уҡ ҡала медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ветеран ойошмалары, төрлө ғәскәр вәкилдәре, уларҙың артынан һуғышта ҡатнашҡан тарихи техника уҙҙы.
Парадтан һуң барыһының да Ҡала мәҙәниәт һарайы яғына ашығыуы мөһим сараның уҙыуына ишара ине: ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы сәхнә күркәм биҙәлгән, байраҡтар елберҙәй, халыҡтың күплеге хайран итә, ғаиләләр менән килгәндәр. Түш тултырып орден-миҙалдарын таҡҡан һуғыш ветерандары ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп уҙа, йәштәр һәр кемгә Георгий таҫмаһы тарата. Ҡала мәҙәниәт һарайының алдында ҡуйылған сәхнәлә "Халыҡ хоры" һуғыш йылдары йырҙарын башҡара, унда теләгән һәр кем ҡушылып йырлай ала ине. Бер нисә аҙым атлағандан һуң, һалдаттарҙың ял итеү урынын, төрлө күргәҙмәләрҙе табырға мөмкин! Ә ялан кухняһында барыһына ла ҡайнар сәй эсеп, һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарау бәхете тейҙе. Быны ойоштороу инде – оло быуынға күрһәткән хөрмәт билдәһе булып торғандыр. Унда ветерандар күңелдәре булғансы аралашты, йәшлек йылдарын иҫкә алды, шулай уҡ һәүәҫкәр артистарға ҡушылып хәрби-илһөйәрлек тураһындағы йырҙарҙы башҡарҙы.
Спортты һөйөүсөләр өсөн был көндә әллә ҡайҙан сағыу булып күренеп 69-сы еңел атлетика эстафетаһы уҙғарылды. Был ярышта ҡаланың төрлө мәктәптәренән барыһы 1300 уҡыусы, колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары, төрлө предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре килгән ине. Эстафетаның маршруты еңелдән түгел. Бигерәк тә финишҡа барып етер алдынан оҙаҡ ҡына тау үренә ҡарай йүгерергә тура килде. Шулай ҙа, етеҙҙәр араһында хәле бөтөп ҡалыусылар осраманы шикелле, барыһы ла бөтә көсөн йыйып, финишҡа табан «елдерҙе» генә. Студенттар араһындағы ҡатнашыусылар араһында кемдәр иң шәбе икәнлеген уйлап та тораһы түгел – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары тәүге урындарҙы бер кемгә лә бирмәне. Бындай уңыштар тырышлыҡ, ныҡлы әҙерлек һәм, әлбиттә, берҙәмлек менән генә яуланалыр... Уҡыусылар араһынан 32-се мәктәп беренсе урынды яулаһа, ойошма һәм предприятиелар араһынан ҡала мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре алдынғылар булып сыҡты.
Футбол яратыусы спортсылар бик әүҙем булып “Надежда” мәктәптән тыш эштәр үҙәге алдындағы яһалма яланда йыйылды. Унда “Содовик” ветерандар командаһы менән ҡаланың беренсе лицей уҡыусылары “Олимп” еңеү кубогы өсөн көс һынашты.
Еңеү көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ғына түгел, Строймаш, Шахтау ҡасабаларында ла шулай уҡ Еңеү йырҙары, шиғырҙар яңғыраны.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған “Еңеү исемдәре” акцияһы ла йөрәктәрҙе семетеп алды. Һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарыбыҙҙың исемдәре көн буйына яңғырап торҙо. Стәрлетамаҡтан барыһы 3180 кеше һуғыш ҡырында ятып ҡалған...
“Еңеү яҙы” тип аталған концерт саралары, театрлаштырылған тамашалар кискә саҡлы дауам итте. Еңеү көнө байрам салюты менән тамамланды.
Йыл һайын оло байрам – Еңеү көнөн билдәләйбеҙ, күгебеҙ аяҙ, һәр кемебеҙ алдағы көнгә ышаныс, өмөттәр менән баға. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме? Һуғыш ветерандарының ҡәҙерен Еңеү көнөндә генә түгел, һәр саҡ иҫтә тотайыҡ! Беҙ улар яулаған тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә, тырышып уҡырға тейешбеҙ.

Гөлкәй Ҡыуатова.

Читайте нас