Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы кискә саҡлы тарихи үткәндәргә байҡау тигән сара ойошторасаҡ ( К.Маркс, 100). Шулай уҡ сәғәт киске алтынан алып бер -нисә күргәҙмә лә асыласаҡ:
“Шылтырай телефон “ тип аталған күргәҙмәлә һеҙ элекке телефон аппаратттарын, таксофон, радиоалғыс, төрлө йылдарҙағы баҫма яҙыу машиналарын күрә алаһығыҙ.
Музейҙар буйлап сәйәхәт тә төрлө буклеттар күргәҙмәһе, РФ һәм ит илдәр музейҙарының билеттары буласаҡ.
"Яратҡам ҡалам" күргәҙмәһендә – төрлө мауыҡтырғыс китаптар,Стәрлетамаҡ тураһындағы төрлө йылдарҙағы открыткалар.
Киске етенсе яртынан туғыҙынсы яртыға тиклем Л.В.Улитинаның балсыҡтан яһалған уйынсыҡтар, авторлыҡ коллекциялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һигеҙенсе яртынан рәссам -дизайнер тарафынан "Фольклориадаға ҡаршы" орнаменттар менән открыткалар яһау оҫталыҡ дәрестәре барыһының да күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Киске һигеҙҙә музейҙа музыкант һәм шиғриәт һөйөүселәр сығыштары менән ҡыуандырасаҡ.
Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында ла төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусыларҙың сағыу сығыштары,күңелле концерт номерҙарын ҡуйыу планлаштырыла. Сараларға рәхим итегеҙ!