Ураҙа Ғәйете Ҡаранай Моратов урамындағы әлегә тулыһынса төҙөлөп бөтмәгән яңы мәсеттә намаҙ уҡыуҙан башланһа, аҙаҡтан саф һауала һабантуй ойошторолдо: төрлө
спорт ярыштары, ғаилә өсөн күңел асыу, балалар өсөн уйындар,ял итеү урындары эшләп торҙо. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ошо сараға килеп, бар мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән ҡотлап үтте:
– Һеҙҙе ысын күңелдән Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Ураҙа кешеләрҙә сабырлыҡ, тыныслыҡ, яратыу хисе тәрбиәләй. Стәрлетамаҡ мосолмандарына ғәҙеллек, имен тормошҡа ынтылыу, кешеләргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле булыу кеүек мәңгелек ҡимәттәр хас. Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс һәм иман нуры өҫтәһен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ теләйем. Тормошоғоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын! – тине.
Был көндө яңы мәсеткә йыйылған халыҡтың бик йылы, туғандарса аралашҡандарына ҡарап та, һығымта яһарға була: беҙҙең халыҡта, ысынлап та, үҙ-ара хөрмәт, мөхәббәт кеүек сифаттар өҫтөнлөк итә. Был байрамдан һуң барыһы ла риза булып, рәхмәттәрен әйтеп ҡыуанышып таралышһа, кискә ҡарай ҡаланың Ю.Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында «Бәрәкәт» төркөмөнөң һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы. Барыһы ла Динар Абдуллиндың моңло ҡурай көйҙәренә сорналып, күңелдәрҙе нурлап, яҡты донъяның ошо матур мәленән дәрт-илһам алып ҡайтҡандыр.
Күңелдәрендә иман йөрөткән кешеләрҙең үҙҙәренә лә Аллаһ рәхмәте һәм бәрәкәте яуһын!