Имеш, бер япраҡтағы ысыҡ тамсыһын йәшен һуҡҡан һәм япраҡ дөрләп яна башлаған. Шул саҡта һауанан әҙ генә ямғыр тамсылаған һәм теге япраҡ туңып ләләгә әүерелгән. Шулай итеп,яңы сәскә-ләлә яралған. Эске яғынан ҡараһаң, ләлә таждарының төбөндәге ҡаралыҡ, йәнәһе шул яныуҙан ҡалған икән!
Үзбәк халҡында ла ошо сәскә менән бәйле бер ышаныс бар икән, әгәр яҙ көнө тауҙарҙа аҡ ләлә тапһаң, йыл буйы һиңә бәхет йылмайыр, эштәрең уң булыр!
Сити-Молл сауҙа үҙәге яғындараҡ урынлашҡан аҡ ЛӘЛӘ сәскәләре яланын барып күрегеҙ һәм рәхәтләнеп бәхет нурҙарына күмелеп йәшәгеҙ!