Был сарала шулай уҡ шулай көнүҙәк темаларға ла фекер алышыуҙар булды.Йәнле бәхәс барышында Сергей Алексеевич Ширинкин, Эдуарда Вил улы Сәйетбаталов, Михаил Григорьевич Бреслер, Руслан Хәсимйән улы Вәлиев, Дерябина Виктория Викторовна, Тимершин Хәлил Әсхәт улы һәм башҡа ҡунаҡтар «Fake news» термины тураһында үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлеште һәм киң мәғлүмәт сараларындағы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә ҡаршы тороу ысулдары, уларға ҡарата үҙ ҡараштарын белдерҙеләр. Шулай уҡ әңгәмә барышында төрлө һорауҙар күтәрелде:
“Нимә ул эталонлы мәғлүмәт? “ Һ.б.
Яҡшы белем алыр өсөн дөрөҫ мәғлүмәттәр еткерерлек майҙансыҡтар күберәк булһын тигән теләктә ҡалды барыһы ла.