Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 27 йыл, шуның 13 йылын уҡытыусылыҡ менән бәйләһә, бына хәҙер 10 йыл инде ең һыҙғанып директор вазифаһын алып бара.
Айгөл Басир ҡыҙы Ишембай районы Сәлих ауылында тыуған. Ошо ауыл мәктәбендә урта белем алғандан һуң, ғилемгә ынтылған тырыш ҡыҙ Өфөләге башҡорт дәүләт педагогия институтының биология-химия факультетына уҡырға инә. Институтты бөткәс, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡтың 12-се мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып башлай. Әммә был мәктәптә уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Үҙе әйтмешләй, йөрәге ҡушыуы буйынса, яңы ғына асылған башҡорт мәктәбенә (ул саҡта гимназия статусы бирелмәгән була) химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша.
Уҡыусы фәнеңде яратмаһа, ысын уҡытыусы булып булмағанлығына төшөнә йәш педагог. Уның сере ябай ғына – һин бала менән нисек мөғәмәлә итәһең, ул да һиңә шулай яуап ҡайтара.
– Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата ихтирам миндә сабый саҡтан уҡ тәрбиәләнде. Үҙемде уҡытыусылар династияһынан тип ғорурлыҡ менән әйтә алам, сөнки әсәйем Рәйхана Нурғәли ҡыҙы Байғазина ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның бер туғандары – Тәғзимә, Розалия, Рәсимә апайҙарым, Юлдаш ағайым да уҡытыусылыҡ юлынан китте. Әсәйемдең атаһы Нурғәли олатай ҙа Ишембай районы Көҙән ауылында башҡорт һәм рус телдәренән уҡытты, уның бер туған һеңлеләре Ғәлиә менән Рәхилә инәйҙәрем дә уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, шул йүнәлештә тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ғөмүмән алғанда, улар барыһы ла – районыбыҙ халҡы араһында хөрмәт һәм абруй яулаған ысын педагогтар, – тип һөйләне әңгәмәсем.
2007-2011 йылдарҙа Айгөл Шаһисолтанова Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының сығарылыш студенттарын эшкә урынлашырға ярҙам итеү үҙәгендә директор булып эшләй. Аҙаҡтан йәнә Ж.Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһында директор булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
Тормошта үҙ юлын табып, ғүмерен бер һөнәргә бағышлаған кешеләрҙе бәхетле тип әйтергә булалыр. Сөнки улар үҙ эштәрен яратып, күңел биреп башҡара. Белем усағына етәкселек иткән Айгөл Басир ҡыҙы тап шундайҙарҙан – хеҙмәттәштәре алдында абруй яулаған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, төплө кәңәштәр бирерҙәй аҡыллы ҡатын да булып ҡала белә.
Уҡыу йорто асылғандан алып, уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләгән кеше булараҡ, әңгәмәсемдән шул ваҡыттар менән хәҙерге мәлдәрҙе сағыштырыуын, үҙ фекерен белдереүен һораным.
– Шарттар буйынса айырма бик ҙур. Ул йылдарҙа уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергәләшеп кластарҙы матурлап, үҙебеҙ төрлө плакаттар эшләп ҡуя торғайныҡ. Хәҙер заманса йыһазландырылған дүрт ҡатлы яҡты, йылы һәм иркен бинала уҡыйҙар. Ә сифат яғына килгәндә, ул заманда ла, әле лә балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә әҙер торған коллективтың белем һәм тәрбиә биреүе ҡыуандыра, – ти етәксе.
Айгөл Басир ҡыҙы, тырыш етәксе булыуҙан тыш, ғаиләһе менән башҡорт матбуғатын даими алдырып уҡып барыуы, ҡулы аҫтындағы уҡытыусыларҙан һәм ата-әсәләрҙән дә ошоно талап итеүе менән дә һоҡландыра.
Бөгөнгө көндә гимназияла барыһы 600-гә яҡын уҡыусы белем ала, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәрҙә 200-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Белем усағында туған телде өйрәнеү менән бер рәттән, башҡорт телендә төрлө тәрбиәүи саралар ҙа даими уҙғарылып килә.
Юғары кластарҙа филология һәм тәбиғи фәндәр буйынса профилле белем бирелә. Сығарылыш класы уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарындағы уңыштары ла шатландыра, улар йыл һайын рус теле,әҙәбиәт, математика, информатика, биология, химия, тарих буйынса белем сифатының юғары икәнлеген иҫбатлай. Гимназияны тамамлаусыларҙың күпселеге республикабыҙ, Рәсәй, сит ил юғары уҡыу йорттарында төрлө йүнәлештәге һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, барлыҡ өлкәләрҙә лә уңышлы эшләп йөрөй. Ғөмүмән, гимназия милли кадрҙар әҙерләүгә, һәр яҡлап үҫешкән шәхестәр тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
2015 йылдың көҙөндә гимназия ҡарамағындағы буш торған бинала капиталь ремонт яһалғандан һуң, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөмдәр асыла. Мәктәп йәшенә
еткәс, улар гимназияға уҡырға бара. Белем биреү усағы ҡарамағында балалар баҡсаһы эшләп килеүе бик отошло, сөнки балалар баҡсаһында тәрбиә һәм белем биреүгә нигеҙһалына, артабан мәктәптә үҫеш ала.
– Бөгөнгө көндә башҡорт рухының, башҡорт теленең яҙмышы ғаиләлә хәл ителә. Ысынында тел ғаиләлә өйрәтелергә тейеш. Өйөңдә башҡортса һөйләшһәң, рух үҙенән үҙе һалына, – ти етәксе.
Ҡала мөхитендәге башҡорт гимназияһының төп проблемаһы – уҡыусыларҙың туған телендә иркен һөйләшә, фекер йөрөтә, йәғни башҡортса уйлай алмауы һәм,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһылары быны кәрәк тип тә тапмай. Мәктәптә уҡытылған тиҫтәләгән фәндәр араһында балаға башҡорт телен абруйлы фән итеп өйрәтеү, туған телебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уның матурлығын күңеленә һеңдереү – бындағы һәр уҡытыусының эш девизы булып тора.
Беҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт телендә аралашҡан, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүсе тәрән белемле тәрбиәселәр йыйылған, – тип һөйләй хеҙмәткәрҙәре хаҡында етәксе. – Улар, бөгөнгө талаптарҙы аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ итә, үҙҙәре лә төрлө һөнәри конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Взлетай” тип аталған программаһында Башҡортостандан сыҡҡан сығарылыш кластары башҡаларҙан айырылып торорға тейеш, уларҙың телдәрҙе белеүе “Иркен һөйләш”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән”, “Интерактив башҡорт теле”, “Сәләмәт йылмайыу”, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт балалар тәрбиәләү модулдәре буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлек уҙғарылырға тейеш тигән маҡсат ҡуйғайны. Ошо программаға тап килергә тырышабыҙ. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып 11-се класҡа тиклем ошо эштәрҙе алып барабыҙ. Беҙҙең гимназияла бөтөн яҡтан да килгән, тормошта үҙ урынын табырҙай, беҙгә алмашҡа килерҙәй шәхестәр тәрбиәләнә, улар башҡаларҙан тәртиптәре менән дә әллә ҡайҙан айырылып тора, – ти ғорурлыҡ менән гимназия уҡыусылары тураһында
Айгөл Басир ҡыҙы.
– Артабан да гимназиябыҙҙа олимпиадалар хәрәкәтен көсәйтеү, һәр класта олимпиадала ҡатнашырҙай уҡыусыларға иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтеү, тәрбиәләү планлаштырыла. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында Заһиҙуллина Айгөл бер нисә предметтан (химия, иҡтисад, рус теленән) ҡала, республика кимәлендә еңеүсе, призер булып килһә, яңыраҡ экология буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадала ҡатнашып, шулай уҡ юғары баһаланып, призер исеменә лайыҡ булды. Бындай уңыштарға өлгәшеү барыбыҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Артабан да беҙҙең гимназиябыҙ шундай һәләтле балаларҙы үҫтереп сығарыуҙы дауам итәсәк, сөнки улар – беҙҙең киләсәгебеҙ, – ти директор.
Халҡыбыҙҙың бөйөк ғалимы исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы менән, ысынлап та, ғорурланырлыҡ. Айгөл Басир ҡыҙы әйтеүенсә, бында килеп сыҡҡан бар мәсьәләләрҙе, ҡарарҙарҙы уҡытыусылар менән бергәләп ҡабул итәләр, коллегалары менән ысын мәғәнәһендә туғандарса аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп эшләйҙәр.
– Уҡытыусыларҙың хеҙмәтен һәр ваҡыт лайыҡлы баһаларға, уларҙың һәр эшен күрә белергә, кәрәк ерҙә билдәләп китергә тырышам. Былар барыһы ла уҡытыусыға ҡанат ҡуя, дәрт өҫтәйҙер тип уйлайым, – ти ул.
– Шулай уҡ, уҡыу йылы аҙағында традицион рәүештә дан һәм хөрмәт байрамы ойошторолоп килә. Бында уҡыу йылы барышында төрлө олимпиадалар, конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып төрлө урындар алған уҡыусыларыбыҙҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы данлайбыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Уларға төрлө иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар, хатта аҡсалата бүләктәр ҙә тапшырыла. Тәртип яғынан, уҡыу яғынан шәп күрһәткестәре булған класҡа “Иң яҡшы класс” тигән маҡтаулы исем бирелһә, уҡыу йылында бар яҡтан да үҙен күрһәткән һәр уҡыусыға “Иң яҡшы уҡыусы” тигән лайыҡлы исем алған балаға махсус таҫма һәм кубок бирелә. “Иң яҡшы уҡытыусы” һәм “Иң яҡшы уҡыусы” исемен алғандар йыл буйына Почет таҡтаһында тора.
Балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән, эшкә бөтә күңелен биргән етәксене ата-әсәләр ҙә, коллектив та үҙ итә. Ә бит мәктәп етәксеһенән күп нәмә тора. Ҡиблаға табан йәтешләп баҫҡан, фекере тәрән, офоғо киң, заманса ҡарашлы етәкселәр генә республикабыҙҙы юғарыға күтәрә ала. Тимәк, Айгөл Басир ҡыҙы, директор булараҡ, гимназия өсөн дөрөҫ йүнәлеште, ҡибланы дөрөҫ һайлаған, үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешкән. “Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исемдәргә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдарға лайыҡ булған, гимназиям тип дәртләнеп эшләгән һоҡланғыс етәксене ихлас тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтарға ғына сорналған миҙгелдәр, аҡ бәхеттәр, ғаиләһенә именлек, донъяһына ҡот-бәрәкәт теләп ҡалабыҙ!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.