Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Май 2021, 08:28

Стәрлетамаҡта велосипед һәм электросамокаттарҙы прокатҡа алып буласаҡ.

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышы үтте.

Бында велосипед,электросамокаттарҙы прокатҡа (ҡуртымға) биреү проекты ҡаралды.
Үрҙә яҙылған транспорт сараларын урындағы эшҡыуар әлеге ваҡытта прокатҡа бирһә лә, ҡала хакимиәте башлығынан уларҙы урынлаштырыу урындарын һәм документтарҙы тиҙләтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәйне.
“Проекттың инициаторы Павел Чевелев,был эштең сәскә атыуына ышана, 200 мең һумға велосипед һәм самокаттарҙы һатып алырға һәм ике эш урыны булдырырға планлаштыра”- , тип белдерҙе бизнес-шәриф Гүзәл Ситдиҡова.
Был проектты ҡала хакимиәте башлығы В.Куликов та хупланы һәм күптән инде беҙҙәге велоюлдар бындай эшкә мохтажлыҡ кисерә.Тик бында хәүефһеҙлек мәсьәләһенә лә бик етди һәм яуаплы ҡарарға кәрәктер. Ҡуртымға бирер алдынан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре өйрәтелергә тейеш, тине.

Читайте нас