Ҡушымтала “Һөт кухняһы” эше тураһында яңылыҡтар менән танышырға, продукцияға заказ бирергә, һөт биреү пункттарын һайларға була. “Һөт кухняһы” ҡушымтаһын Android и IOS платформаларында эшләп алырға була.
Башҡортостан Башлығы ҡарары менән 2019 йылда булдырылған “Һөт кухняһы” эшләү дәүерендә тәүлегенә 5 тонна һөт етештереү ҡеүәте булған ете производство майҙансығы булдырылды, 134 һөт продукцияһы биреү пункттары асылды. Бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән - 24255, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған - 36 бала, шулай уҡ 485 йөклө ҡатын һәм бала имеҙгән әсәләр бушлай һөт продукцияһын ала.