Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
31 Май 2021, 15:54

Башҡортостандың 10 ғына мәктәбендә туҡланыу сифаты юғары баһаланды.

Иң яҡшылар төркөмөнә Стәрлетамаҡтың ике мәктәбе, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаһы мәктәптәре ингән.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, 2020-2021 уҡыу йылында 1873 мәктәптә уҡыған 497 мең баланың 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителде. Был былтырғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа күберәк булған.
Йыл дауамында тикшереүселәр 600 тапҡыр мәктәптәргә барған. Тикшереү саралары сиктәрендә белем биреү учреждениеһында туҡланыуҙы ойоштороу кимәлен баһалайҙар: юғары, уртаса һәм түбән. Һуңғы осраҡта мәғлүмәт контроль-күҙәтеү органдарына тапшырыла. Республикала әлегә бындай мәктәптәр асыҡланмаған.
Иң яҡшылар төркөмөнә Стәрлетамаҡтың ике мәктәбе, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаһы мәктәптәре ингән.Тикшереүселәр был ҡалаларҙағы мәктәптәрҙең туҡланыу сифаты 85-100 процентҡа тиң тип белдергән.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, 1 сентябргә тиклем мәктәптәрҙең аҙыҡ-түлек блоктарын яңыртыу өсөн республика бюджетынан бер миллиард һумлыҡ контракт әҙерләнәсәк.
Башҡортостан Башлығы Мәғариф министрлығына уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мәктәп менюһына “Һөт кухняһы” аҙыҡ-түлеген индереү ҡушылды.
Читайте нас