"Һабантуйҙарҙы үткәрергә кәрәк. Халыҡ һағынған. Кәрәк булһа тағы ла күп тапҡыр ҡаталаясаҡмын, ләкин һабантуй көнөндә хәмер һатыу сикләнергә тейеш. Беҙҙе әрләйҙәр, көләләр. Ләкин беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Кешеләр балалары менән күңел асырға килә, ә иҫеректәргә ҡарарға түгел", - тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 июндән Башҡортостанда халҡыбыҙҙың йолаға әүерелгән һабан байрамдары - һабантуйҙар башлана.