Барнаулда батут шартлаған.
Кисә Барнаул ҡалаһындағы "Район" сауҙа үҙәге алдында урынлашҡан аттракцион - батут шартлаған. Ҡапыл өҫкә күтәрелгән батут ике баланы трамвай юлына алып бәргән. 2017 йылғы балалар ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.Урындағы табиптар белдереүенсә, өс йәшлек ҡыҙҙың умыртҡа һөйәге һынған, ә дүрт йәшлеге әле аңына килмәгән. Махсус тикшереүҙәр үтмәрмәгән батут хужаһына енәйәт эше ҡуҙғатылған.