Екатеринбург ҡалаһындағы зоопаркта Умка исемле аҡ айыу үлгән.
Урындағы мал табибы айыуҙың ашҡаҙанында туп ҡыҫылып тороуо хаҡында хәбәр иткән. Зоопарк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, видеокамера зоопаркка килгән бер кешенең айыуға туп ырғытҡанын төшөрөп алған. Был айыуға 25 йәш булған. Ҡасандыр ул үҙенең әсәһен юғалтып, аҙашып йөрөгәнендә кешеләр зоопаркка урынлаштырғандар. Зообаҡсала Умка 20 йылдан ашыу йәшәгән. Иғтибарһыҙлыҡ ҡорбаны булған айыуға кемдер йәлләп ҡараһа,икенселәр туп ырғытҡан кешене язаларға кәрәк тип белдерҙе. Интернет селтәрендә был хәл күп бәхәстәр тыуҙырҙы.