Ғәзиз балаларыбыҙҙы был донъяға тыуҙырырға ярҙам итеүсе, тормош юлына тәүге юлдарын ярыусы белгестәргә һәр кемдең рәхмәте сикһеҙҙер. Балаларҙы яҡлау нәҡ ошо минуттарҙан башлана түгелме!?
Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһы ҡарамағындағы бала табыу йорто 2007 йылда ғына асыла, бала табыу йорто Хәләф Ғибәҙуллин белдереүенсә, юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек биргән өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тик һуңғы ваҡытта шәп белгестәр составын төрлө яҡҡа таратып, бала табыу йортон ваҡытлыса ковид-госпиталгә әйләндергәндән һуң, инде хәҙер бер йыл самаһы ҡалабыҙҙың иң-иңдәрҙән һаналған бала табыу йорто элекке хәленә ҡайта алмай. Балаларҙы ҡурсалаусы йорт үҙе яҡлауға мохтаж. Атап әйткәндә, заманса бала табыу йортона белгестәр етмәй. Бигерәк тә балалар табибы (неонатолог), анестезиолог, реаниматолог кеүек табиптарҙың килеүен көтә был йорт.
Шулай ҙа 2-се һанлы бала табыу йорто тураһында бер аҙ яҙып китергә кәрәктер. Сөнки баланың бар донъяға ауаз һалыуы, тормош тап бынан башлана.
– Беҙҙең бала табыу йортонда бала тыуҙырыу кеүек тәбиғи процеста ла яңылыҡтар булып тора әле, – тип һүҙен башланы бала табыу йортоноң акушер-гинекологы Розалия Рауилова.
– Мин үҙем 1984 йылдан бирле әсәләргә бала табыуҙа ярҙам итәм. Хатта әллә ҡасан был донъяға тыуырға ярҙам иткән бәпәйҙәрем хәҙер инде үҙҙәре бында бәпәй табырға киләләр. Хәҙерге көндә бала табыу ғаилә ҡатнашлығында уҙа. Беҙ быны ғаилә ваҡиғаһына әйләнде, тибеҙ. Бала табырға килгән ҡатындарҙың йә ирҙәре, йә әсәләре менән бергә килеп тапҡандары ла булды. Әлбиттә, беҙ быға ҡаршы төшмәйбеҙ, иң мөһиме, йәш әсәнең тыныслығы, баланың сәләмәтлеге инде.
Бындағы һәр белгес, һәр табип та бала табырға ҡурҡҡан әсәйҙәрҙең ҡурҡыу хистәрен дә еңергә ярҙам итә. Әлбиттә, бала табыу психологик һәм физик яҡтан ҡатмарлы, әммә был тәбиғи процесс икәнен дә оноторға ярамай. Ғөмүмән, бала табыу йорто үҙе бер психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге булып тора тип әйтергә лә мөмкин.
Элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда, хәҙер бала табыу йорттарында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Элек бала табыр алдынан бер-нисә ҡатынҡыҙ бер бүлмәлә булһа, хәҙер шәхси бала тыуҙырыу бүлмәләре бар. Бында тыныс, йылы, ауыртыуҙы әҙерәк баҫыу өсөн тыныс көйҙәр ҙә ҡуйыла хатта .
Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауахаһы ҡарамағындағы бала табыу йортонда баланы йомшаҡ тыуҙырыу ысулы йыш ҡулланыла. Бала табыу йортоноң акушер-гинекологы Розалия Яхъя ҡыҙы ошо турала ла һөйләп үтте.
– Баланы йомшаҡ тыуҙырыу фәлсәфәһе ҡатын-ҡыҙҙың бар тәнен йомшартыуға, уны уңайлы яҡҡа көйләүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн бала табыу йортоноң бар хеҙмәткәрҙәре лә бала табыусы ҡатын-ҡыҙға өйҙәге кеүек атмосфера булдырырға, яҡшы мөнәсәбәттә, һәр милләт ҡатын-ҡыҙы менән үҙ телдәрендә аралашырға тырыша. Тулғаҡ тоткан ваҡытта элек ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрөп тороуы мөһим тип уйлаһаҡ, бөгөнгө көндә һәр ҡатын-ҡыҙ был ваҡытты нисегерәк үткәреп ебәреүҙе үҙе хәл итергә тейеш. Әсә һәм балаға бар уңайлы шарттар ҙа тыуҙырырға тырышабыҙ. Һыҙланыуҙарҙы дарыуҙар менән түгел, башҡа ысулдарҙы ҡулланып баҫырға ярҙам итәбеҙ: джакузи, ваннаға инеп ятыу, фитбол, тәнде йомшарта торған туптар бирәбеҙ. Беҙҙә күкрәк һөтө менән имеҙеү бала тыуҙырыу залында уҡ башлана. Әсә менән баланың күберәк бергә булыуҙарын, әсәһенең күкрәк һөтө имеҙеүен хуплайбыҙ. Бала тыуҙырыу йортонан сығыу ваҡытын да әсәнең һәм баланың хәленә ҡарап билдәләйбеҙ, – ти ул.
– Нисә йылдар эшләһәм дә, һәр балаға тыуырға ярҙам итеүем – тәүге тапҡыр кеүек, – тип дауа итә һүҙен. – Шундай уҡ ҡыуаныс, бәхетле тойғолар кисерәм, яуаплылыҡ та, әсә һәм бала өсөн эстән яныуҙарым да гелән оҙатып килә мине, бигерәк тә әсәнең шатлыҡлы йөҙөн күреү, сабыйҙы уның күкрәгенә һалыу, уның тәүге тапҡыр ҡысҡырып илап ебәреүенә әсәнең тамған бәхет йәштәрен бер нигә лә алмаштырып та, бер ни менән дә сағыштырып та булмайҙыр. Баланың тыуыуы – иң ҙур бәхет!
Буласаҡ әсәйҙәргә, иң мөһиме, һаулыҡ теләр инем, бала табығыҙ, ә беҙ был йәһәттән ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, тигән теләктә бар ғүмерен әсә һәм балаға арнаған акушер-гинеколог Розалия Рауилова.
Г. Ҡыуатова.
Фотола: Дарья Ерофеева улы менән.