Апрель айы иҫәпләүҙәре буйынса, иң бысраҡ ҡала тип Республиканың биш ҡалаһы билдәләнгән - Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат,Благовещен һәм Туймазы.
Һауалағы бысраҡ матдәләрҙең дөйөм күләмен нисек иҫәпләйҙәрҙер, әммә Стәрлетамаҡтағы һандар хайран ҡалдыра. Бында норманан артығыраҡ 12 һауа бысратыусы матдә табылған.