Башҡорт аты көнөн булдырыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдим иткәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 24 майында ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Фестиваль йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ һөнәрҙәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.