Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Июнь 2021, 09:44

Мәсетле балы музейына рәхим итегеҙ!

Мәсетле районының Ҡотош ауылында яңы тәбиғи музей асылған.

Күптән музей асыу теләге менән янған ауыл старостаһы, район башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, умартасы Әхмәтнур Хәфизов үҙ йортоноң ихатаһында был музейҙы ойошторған. Бында умартасылыҡ тарихын сағылдарған экспозициялар менән дә танышырға һәм башҡорт балынан да ауыҙ иитергә мөмкин.
Әхмәтнур Хәфизов балаларҙы умартасылыҡ серҙәренә генә өйрәтеп ҡалмай, ә Мәсетле районы умартасылары тураһында альбом да төҙөй икән!
Фотолар: "Бәйләнештә" селтәренән алынды.

Читайте нас